Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июль 2023, 09:15

Бассейнға килегеҙ, бассейнға!

Был Аҡъярҙа тәүге бассейн

Бассейнға килегеҙ, бассейнға!
Бассейнға килегеҙ, бассейнға!

 

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында яңы йөҙөү бассейны асылды. Был спорт комплексын төҙөү күп кешенең физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар булдырған “Демография” милли проекты маҡсаттарына тура килә.

Объекттың дөйөм майҙаны 835 квадрат метр тәшкил итә. 25 метрлы бассейн дүрт йөҙөү юлына иҫәпләнгән, унда инвалидтар ҙа йөҙә аласаҡ. Бинала сисенеү, душ бүлмәләре, тренер, табип кабинеттары, һыу лабораторияһы, санитар-көнкүреш һәм техник бүлмәләр бар. Сменаһына 30 кеше шөғөлләнә аласаҡ. Штатта – ике тренер һәм ике йөҙөү инструкторы, ҡотҡарыусы-инструкторҙар, медиктар, лаборант, инженер, шулай уҡ хеҙмәтләндереүсе һәм техник персонал бар.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Спорт министрлығы.

Автор:
Читайте нас: