Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылында ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул өс тораҡ пунктты – Ҡыяуыҡ, Михайловка һәм Екатериновка ауылдарын хеҙмәтләндерә.
Тантаналы сарала ауыл халҡы, муниципаль район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре ҡатнашты.
- ФАП-тың хеҙмәтләндереү радиусы – бер километр. Петровск ауылы амбулаторияһынан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, - тип уртаҡлашы үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ринат Ғәйнетдинов. – Бында халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар: һыу, газ селтәрҙәре үткән, канализация эшләнгән. Халыҡты диспансеризация үтергә саҡырып ҡалабыҙ.
Ҡыяуыҡ ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәжрибәле фельдшер Рәхилә Бикташева эшләй, уның хеҙмәт стажы – 38 йыл.
- Был ауыл өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға. Ауылда ФАП-тың булыуы социаль әһәмиәткә эйә, сөнки ололар ҙа, балалар ҙа бар. Ул заманса йыһазландырылған, медицина кабинеты, ҡарау, процедура бүлмәләре иркен һәм яҡты, - ти шатланып Рәхилә Әхтәм ҡыҙы.
Ауыл халҡы ла, медицина хеҙмәткәрҙәре лә яңы биналағы уңайлыҡтарҙы юғары баһаланы. Объекттың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде.
Автор фотолары.
Автор:Айһылыу Вахитова
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://gazeta-toratau.ru/