Башҡортостанда медицинала беренсел звеноны яңыртыу буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе уҙғарыла. Унда илдең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнаша. “Ведомство етәксеһе Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһаны һәм беҙҙең республиканың ҡаҙаныштарын билдәләне. Ул фельдшер-акушер пункттарын үҫтереү буйынса алып барылған эш һөҙөмтәләрен атаны. Беҙҙең медицина пункттары – илдә иң яҡшылар рәтендә”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. 2018 йылда республикала 2 мең тирәһе фельдшер-акушер пункты иҫәпләнгән. Уларҙың торошо ла төрлөсә булған. “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау үҫеше” тигән дәүләт программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Уға ярашлы, медицина хеҙмәтен яҡшыртабыҙ. 4 йыл эсендә 285 яңы ФАП асылды, ҡоролмалар алынды, интернет үткәрелде. Хәҙер телемедицина консультациялары уҙғарабыҙ”, - тигән Максим Забелин. 2025 йылға тиклем республикала тағы ла 286 фельдшер-акушер пунктын модернизациялау ҡарала. Уларҙың 76-һы быйыл яңыртыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан