Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июль 2023, 09:40

Ат ярыштарын ҡарарға килегеҙ!

29 июлдә Өфөлә башҡорт тоҡомло аттар өсөн «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры башлана.

Ат ярыштарын ҡарарға килегеҙ!
Ат ярыштарын ҡарарға килегеҙ!

 

 

29 июлдә Өфөлә башҡорт тоҡомло аттар өсөн «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры башлана. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды – 10 миллион һум. Ғәҙәттәгесә, бөтә этаптар ҙа Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ойошторола.

«Терра Башҡортостан» турнирының хедлайнерҙары  –Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, шулай уҡ Сан-Францисконан Джеймс Атлас. Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығышы көтөлә.

Турнирға биш көн ҡалғас ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә һалыу ойошторола. Финал-  сентябрҙә. Бәйгенең дистанцияһы - 2400 метр.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: