Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2023, 09:20

Башҡортостан тәүге тапҡыр Европаға аҡ май оҙатты

Һөт ризыҡтарының дөйөм ауырлығы 19 тонна тәшкил иткән.

Башҡортостан тәүге тапҡыр Европаға аҡ май оҙатты
Башҡортостан тәүге тапҡыр Европаға аҡ май оҙатты

Республика аграрийҙары һуңғы йылдарҙа үҫемлек майын экспортҡа оҙата. Быйыл уға аҡ май ҙа өҫтәлде, тип хәбәр итә  Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан тарихында тәүге аҡ май партияһы Бәләбәйҙән Сербияға һөт комбинатына оҙатылды. Һөт ризыҡтарының дөйөм ауырлығы 19 тонна тәшкил иткән.

Бәләбәй һөт комбинатында етештерелгән аҡ майҙы оҙатыу алдынан Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы белгестәре тикшергән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан предприятиеһы «Цербер» федераль дәүләт инспекцияһында экспортёрҙар реестрында тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының реаль үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа ғына тәьмин итеү.

Фото: пресс-служба УРСХН по РБ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: