Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2023, 13:08

Милли проект буйынса Павловка һыуһаҡлағысына юлды ремонтлайҙар

Был хаҡта хәбәр итә республика Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Милли проект буйынса Павловка һыуһаҡлағысына юлды ремонтлайҙар
Милли проект буйынса Павловка һыуһаҡлағысына юлды ремонтлайҙар

- Благовещен - Павловка юлы - мөһим төбәк транспорт артерияһы, - тип билдәләне БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. - Трасса Башҡортостандағы иң ҙур яһалма һыу ятҡылығына - туристарҙы йәлеп итеүсе Павловка һыу һаҡлағысына илтә. Ремонт эштәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Был участкала юл япмаһын яңыртыу, юл ситтәре ҡороу, горизонталь юл билдәләрен һыҙыу ҡаралған. Эштәрҙе йыл аҙағына тиклем башҡарыу планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путин тәҡдим иткән «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты «2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы Указ положениелары сиктәрендә бойомға ашырыла. Ул бөтә илде тиерлек солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: