Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2023, 22:50

Төн Хикәйә Рәлис УРАҘҒОЛОВ

— Тыныс йоҡла, балаҡайым, урының ожмахта булһын...

Төн Хикәйә   Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Төн Хикәйә Рәлис УРАҘҒОЛОВ

 

Туҡ... Туҡ... Туҡ...

Әһә, килделәр, тип уйланы Мәфтуха. Әле йоҡлап китмәһә лә, тәнен яҙҙырып, иркенләп кирелеп алды. Һуңынан, халатын эләктерә һалып, өйҙөң бәләкәй яғындағы утты ҡабыҙҙы. Күңеленә бал да май булып яғыла шул туҡылдатыу: туҡ, туҡ, туҡ... Шулай булмай ни, бөгөн шәмбе — йәштәр ҡаланан ауылға ҡайта. Үҙе әйтмешләй, йоманан йәкшәмбегә саҡлы "бизнес көндәре". Нәҡ ошо саҡта самогоны ла, "Трояр" тип аталған техник спирты ла, хатта димедрол һымаҡ йоҡо дарыуҙары, тағы әллә нәмәҫтәкәйҙәр ҡушылып яһалған, "өсөнсө сорт" көмөшкәһе лә яҡшы үтә. Тик бында психолог булырға ғына кәрәк: эсергә һорап килгән кеше айныҡ икән — яҡшыраҡ самогон бирәһең, аҙыраҡ төшөргән булһа — "Трояр"ға һыу өҫтәп болғатаһың, ә инде ныҡлап башы ҡайнаһа йәки лаяҡыл иҫерек ти — "өсөнсө сорт"ы ла бата. Мәфтуха, ҙур кинәнес табып, ишек тотҡаһына үрелде. Мөйөшкә алдан әҙерләп ҡуйған өс төрлө шешәләренә күҙ һирпте. "Ашыҡмағыҙ, ашыҡмағыҙ, хәҙер сират кемгә икәнен беләм дә, берегеҙ — гөжт", — тине ул, балалар менән һөйләшкәндәгесә наҙлы итеп.

Ҡалған һүҙҙәрен ҡатын тышҡа ишетерлек итеп әйтте:

— Йоҡоға ғына китеп бара инем, йөрөйҙәр төнө буйы шаҡып, кем бар унда?! — Яуабын да көтөп тормайынса, ҡулдары элгәскә үрелде. — Как ял көндәре етһә, йоҡо юҡ инде миңә...

— Был мин, апай, Рәүис инем, йомошом бар.

— Бөтмәҫ һеҙҙең йомош, — тигән булды Мәфтуха. Келәне асып ебәрҙе лә, солан ишеген тышҡы яҡлап элдергән элгестең ебен тартты. Һуңынан тауышын үҙгәртте, май эргәһендәге бесәй шикелле юхаланып, һүҙен дауам итте: — Ә-ә, һин икәнһең Рәүис туғаным. Улай "ҡойроҡ" фәлән эйәртеп килмәнеңме?

— Ҡуйсы, апай, минме һуң "ҡойроҡ" эйәртә торған кеше?

— Беләм һине, белә-әм. Былай ғына һорайым, әйҙә, соланда тороп тор, ҡыҙыл әтәс шикелле унда ялтырама.

"Ҡойроҡ" тигәне — Мәфтухаға әлегә тиклем эсергә һорап килмәгән кеше, йәғни ышанысһыҙ әҙәм, милиция, власть әһелдәре лә булыуы мөмкин. Рәүис иһә күптән үҙенең "клиенты". Өфөлә заводта эшләй ул. Аҙна һайын ҡайта ла, клубҡа сығып, егеттәрҙе һыйлай, үҙе һыйлана. Өләсәһе Әсмә ҡарсыҡ менән генә йәшәй, егермене саҡ уҙған, әлегә өйләнмәгән. Аҡсаһын күп алалырмы, ауыл егеттәре өләсәһенә ҡарағанда ла яҡыныраҡмы, бәлки, ябайлығылыр, ҡайтҡан һайын Мәфтухала мең һумға яҡынын ҡалдырып китә. Шешәһен илле һумдан ала. Шуға ҡатын уға бурысҡа ла биреп тора. Хатта икешәр мең һумлыҡ булып китә. Быны егеттәр, дөрөҫөрәге әшнәләре белеп бөткән. Рәүис ҡайттымы, клубта, ул бикле булһа аулағыраҡ урын — колхоз келәтенең ҡарауылсы йорто йәки ошо уҡ клубтың "кочергарка"һында байрам итәләр.

Мәфтуха халат кеҫәһенә бер генә түгел, ике шешә тығып, бер ҡулына стакандың яртыһына самогон ҡойоп, икенсеһенә тоҙло ҡыяр тотоп сыҡҡайны.

— Мә әле, туғаным, яңы яһағаным, эсеп ҡара, нисегерәк булды икән? — тигән булды ҡатын. "Яңы" тигәнен тағы бер-ике тапҡыр әйтеп алды. Уныһы "килһәң тағы була"ны аңлата. — Һине алдамайым, туғаным, яҡшы кешеһең. Атай-әсәйең дә бик шәптәр ине. Ҡыҙғаныс, иртәрәк әрәм булдылар. Урындары ожмахта булһын инде...

Рәүис бер тында стаканды ҡапланы. Тын ала алмай торҙо. Ҡыярын еҫкәне.

"Во, икән!" тигәнде белдереп, баш бармағын өҫкә күтәрҙе.

— Ҡыярыңды ҡап, ҡыярыңды, — тип, Мәфтуха егеттең ҡулын ауыҙына табан этте. — Әйттем бит, мин честно эшләйем, алдай-нитә торған кеше түгелмен. Бигерәк тә һине. Атайың менән йәштәштәр инек, бергә уйнап үҫтек, әсәйең килен булып төшкәс тә әхирәткә әйләнде... Үҙең дә маладисһың, эшләп йөрөйһөң. Бурыс-фәлән тотмайһың. Өләсәйеңде лә ҡарайһың...

Һуңғы һүҙҙәрен ул былай, юхалап ҡына әйтте. Шуныһын яҡшы белә ҡатын, Рәүис өләсәһенә түгел, эш хаҡының аҡсаһын үҙенә күберәк индерә. Самогон һатып ала, аҡсаһы булмай торһа, үтескә һорай, уныһын тағы түләй... Әсмә ҡарсыҡҡа шул ябай "карамель" кәнфите менән берәй әсмуха сәй ҡайтһа ҡайталыр, ҡайтмаһа юҡтыр. Урам буйлап һөйләнеп, сер сисә торған кеше түгел бит ул суҡынсыҡ ҡарсыҡ. Ә бер теленә эләктеңме, күҙең шартлап сыҡҡансы бәреп әйтә.

— Ярар, апай, мин киттем, рәхмәт, — тип, Рәүис ике шешә өсөн йөҙ һумын һуҙҙы ла сығып йүгерҙе.

— Тас атаһы, — тип ҡалды Мәфтуха, уның һымаҡ ябай, сос. Кешегә һис бер насар һүҙ әйтмәҫ, һис бер әҙәмде һатмаҫ әҙәм затынан шул ул...

Мәфтуха бәләкәй яҡтағы утты һүндермәне. Ваҡыт төнгө ун икенән ашһа ла, тағы бер-ике сәғәт "эш көнө" бар әле уның. Карауатына ятты ла, тәненә йылылыҡ эҙләп, юрғанын өҫтөнә тартты, йәненә йылылыҡ таба алмайынса, инде күптән гүр эйәһе булған Рәүистең атаһы Әсҡәтте күҙ алддына килтерергә тырышты.

— Эх, Әсҡәт, Әсҡәт, минең хистәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, иҫән дә булыр инең әле, бәлки, — тип ҡуйҙы ул эстән генә. — Белә инең бит минең яратҡанды, тик ҡайҙа инде беҙҙең һымаҡ ауыл быҙауына ҡарау, һиңә ҡала ҡыҙы кәрәк булды. Хәҙер, ана, икегеҙгә лә икешәр метр ер етте...

Әсҡәтте Мәфтуха бәләкәйҙән яратты. Ә унынсы синыфтарҙа уҡығанда уның йөрәгендә ысын мөхәббәт усағы дөрләй ине. Тик егет кенә уға ҡарата һалҡын булды. Күршеләренә ҡаланан ҡайтып йөрөгән, төҫкә-башҡа бик сибәр, үҙенә күрә аҡыллы ғына ҡыҙға күҙе төштө. Тегенеһе лә егеткә мөхәббәте менән яуапланы. Шулай ике арала оло хистәр хасил булып, дөрләне лә китте. Оҙаҡламай әсәһе буласаҡ киленен мендәргә баҫтырҙы, ауыҙына бал-май ҡаптырҙы. Өгөт-нәсихәтен бирҙе, йәштәргә бәхет, именлек теләне. Эшкә уңған егет күршелә генә буш торған урынға йорт күтәрҙе. Әсәһен дә үҙҙәренә күсерергә теләгән ине, уныһы: "Йәш саҡта, теләгәнсә йәшәп ҡалығыҙ. Миңә бында ла яҡшы. Ныҡлап ҡартайғас, Аллаһы бойорһа, алып ҡарарһығыҙ", — тине. Хәҙер үкенә лә бит Әсмә инәй, һуң инде. Ана шул "үҙҙәренсә" йәшәп, сыбыҡ осо тиклем генә нәҫел булһа ла тыуған көндәргә йүгерҙеләр, календарҙа ҡыҙыл менән яҙылған көндәрҙе йыумай ҡалдырманылар, туй-фәлән, дуҫтар менән күңел асыуҙы әйтеп тораһы ла түгел. Рәүистән өлкән ике балалары урта мәктәпте тамамлап ҡалаға уҡырға киткәс, үҙҙәренең өйө лә аулаҡ урынға әүерелде. Бына ошоларҙы күреп, белеп йәшәне Мәфтуха. Бер көндө уның күңелендә Әсҡәттән, унан да бигерәк ҡатыны Надя-Наиләнән үс алыу тойғоһо яралды. "Ҡатын-ҡыҙ бер эскелек һаҙлығына батһа, унан сыға алмаясаҡ. Ә ир-атты тартып алып була. Моғайын, Наилә тамам алкашҡа әйләнһә, Әсҡәтҡә эскесе йәр кәрәкмәҫ. Урыҫ әйтмешләй, чем черт не шутит, бәлки миңә лә килер әле, — тине ҡатын үҙ-үҙенә. — Ошо ваҡыт эсендә Әсҡәттең башын төҙәткеләп, юҡ-бар йомошто ҡушҡылап торормон, хатта ҡайнар ҡуйынымды ла йәлләмәҫмен. Әсҡәт минеке булырға тейеш. Ҡырҡҡа еткәндә, исмаһам, яратҡан кешемдең күңелен күреп, ысын ир йылыһын тойоп ҡалырмын. Ҙурҙарына булмаһа ла Рәүисенә әсәй булырмын, үҙем берәрҙе табырмын".

Шулай итеп, уйлаған планы буйынса "һөжүмгә" күсте Мәфтуха. Уңайы килһә лә, килмәһә лә Наиләне һыйларға кереште. Самогонын эсерҙе, төрлө техник спирт бутап бирҙе, балын һоҫто, көмөшкәһенә хатта тауыҡ тиҙәге болғатты. Биш йыл үтеүгә, Наиләгә утыҙ биш йәштәр тирәһендә, һылыулығынан бар ауыл көнләшкән, ҡала ҡыҙы булып та, уңғанлығына һоҡланып туймаҫлыҡ ҡатындан бер ни ҡалманы: күҙ төптәре битенә тиклем һәленеп төштө, йөҙҙәре шешенде, ирендәре сабыртып бүртте, ҡыҙ баланыҡы һымаҡ йомшаҡ ҡына ҡул тиреләре ярылып ҡатты, кәүҙәһе көмөрәйҙе, кейемдәре иҫкереп, курткаһының ал яғы ҡоҫҡолоҡҡа ҡатып бөттө, оҙон, матур сәс толомдары ҡырмауыҡ йәбешкән ат ҡойроғо һымаҡ уҡмашты. Әсҡәт ҡатынының шул көнгә төшөүенә түҙә алманы. Йыш ҡына ҡул күтәргеләп тә ҡараны, баҙға ла япты, дауаханаға ла алып барҙы — файҙаһы булманы. Аптырағас, икәүләп эсә башланылар. Ә Мәфтуха йомартланғандан йомартлана барҙы. Һуңғараҡ хатта Әсҡәттең эскелек һаҙлығына төшөүенә лә битараф булды. Киреһенсә, был ғаиләнең шулай йөрөүенән ҙур кинәнес тапты. Ҡырҡ йәштәрендә ирле-ҡатынлы тамам кешелектән сыҡты. Балаларының башына төшкән сир-бәлә Әсмә инәйҙе ҡара көйҙөрҙө, ул үҙ-үҙенә бикләнде. Бер көндө Рәүисте өйөнә алып ҡайтты. Ләкин ҡан үҙенекен иттеме, уныһы ла мәктәпте тамамлау менән рюмкаға үрелде. Бында ла Мәфтуха "ярҙам"ға килде. Ата-әсәһендә һыналған алымды ҡулланырғы тырышты. Ә Әсҡәт менән Наилә, Мәфтуханан алып ҡайтҡан самогондарын эсеп лаяҡыл иҫерешкәндәр ҙә, ут төшөрөп, өйҙәрендә янып үлделәр. Үҙҙәре лә был донъянан китте, йорт-ҡаралтылары ла ҡалманы. Хәҙер урындарында ситтән килгән берәү ике ҡатлы йорт төҙөй. Коттедж тиҙәрме шунда, аҡсаһын ҡайҙа илтергә белмәгән бер әҙәм инде. Уғры-фәләндер әле, эш хаҡына шундай өй һалып ҡара! Әле Мәфтуха әллә нисәмә йыл самогонын көнө-төнө һата, ләкин өйөн бөтәйтә алғаны юҡ. Ни тиһәң дә, аҙна һайын кәмендә мең, мең ярым һум табыш керә бит. Сыҡҡан ере юҡ тиерлек. Ҡалала йәшәгән улы үҙ донъяһын үҙе көтә. Тик бына килененән генә уңманы, байрам тимәй, кәйеф-сафа ҡороуҙан, биҙәнеп-төҙәнеүҙән бушамай. Оҙон телдәр еткереүенсә, улына "мөгөҙ" ҙә ҡуйғылай шикелле.

Т-дыңк... Туҡ-туҡ... Тдыңҡ...

Мәфтуха һиҫкәнеп китте. Тәҙрәгә шаҡыйҙар. Әлегә бер генә йомошсоһо ла улай иткәне юҡ — ишеккә баралар. Сәғәтенә ҡараны. Бер тула егерме минуттан. Рәүистең китеүенә ун минут самаһы ваҡыт үткән.

Ҡатын һағайып ҡына бәләкәй яғының ишеген асты ла, соланға табан башын тығып, һорай һалды:

— Кем бар унда? — Уның тауышы ҡалтырап сыҡты. Күңеле ниҙер һиҙенә, йөрәге дарҫлап тибә. Яуап ишетмәгәс, тағы өндәште: — Кем бар унда, тимен даһа!

— Мәфтуха, ас әле, һөйләшәһе һүҙ бар.

Йә, Хоҙай, Әсмә ҡарсыҡ тауышы бит был! Төн убыры шикелле, нишләп йөрөй икән? Һис килгәне, хатта урамда осрағанда ла һөйләшкәндәре юҡ. Һүҙ ҡушыуҙары, баш ҡағып иҫәнләшеү менән ауыҙ эсенән мыңғырлап китеүҙән артмай.

— Ә-ә, Әсмә апай, хәҙер, хәҙер асам, өҫкә халат эләм дә, — тигән булды Мәфтуха. Уныһын күренгән ерҙә ялтыраған шешәләрҙе алып ҡуйырға ваҡыт уҙҙғарыу өсөн генә әйтте. — Бына, хәҙер асам... — Келәне өҫкә күтәрҙе лә, ғәҙәттәгесә, юхаланып, йомшаҡ телләнеп һүҙ ҡушты. — Һау ғынаһыңмы, Әсмә апай, көндөҙ мал-тыуар, йорт-ҡура тирәһенән бушап булмай, әйҙә, сәй яңыртып алам. Боронғолар әйтмешләй, самауырҙы йыҡҡансы эсеп, һүҙ бөткәнсе һөйләшеп ултырырбыҙ. Барыбер йоҡо килмәй...

Әсмә инәйҙең йөҙө ҡырыҫ ине. Алдында өлтөрәгән ҡатындың уҡшытҡыс ҡыланышын һис оҡшатманы ул. Юхалығын, яһалмалығын үтәнән-үтә күреп тора. Шуға ла һүҙ дилбегәһен ҡыҫҡа тотто.

— Мәфтуха, мин һиңә төн уртаһында сәйләп ултырырға килмәнем, — тине ул, ҡыҙа барып. Уның күҙҙәре зәһәр осҡонланды, ҡаршыһында бөршәйеп ҡалған ҡатындың йөҙөнә төкөрөгө сәсрәп-сәсрәп китте. Бармағы менән тегенең имсәк араларына төртә-төртә, һәр һүҙенә баҫым яһап, һәр һүҙен һеңдерергә тырышып әйтә бирҙе. — Һин генә улым менән киленемдең башына еттең, әле килеп ейәнемде шул һаҙлыҡҡа һөйрәйһең. Ҡара уны, ҡыҙыҡай, улымдың йәштәше булған өсөн генә шулай тим, силсәүит менән милисә көсһөҙ икән, мин генә управ табырмын һиңә. Шуны бел, йәшәһен йәшәгәнмен, минең өсөн барыбер. Кәрәкһә, ишегеңде тыштан бикләп ут төртөрмөн! Харамдан йыйған мал-мөкәтең, иблискә әйләнгән үҙең янғанға һис гонаһы булмаҫ. Әҙәмдән оялмаһаң, Алланан ҡурҡыр инең, исмаһам. Нисәмә кешенең ғаиләһен тарҡатты ошо һаҫыҡ самогоның, нисәмә әҙәм фанилыҡтан китте. Иҫәпләп ҡара әле, битһеҙ! Нимә, уларҙың балаларының, ҡатындарының, ата-әсәһенең рәнйеше, күҙ йәше ебәрер тиһеңме? Юҡ!

Ишек Мәфтуханың танау төбөндә шап итеп ябылды. Ҡатын һүҙен дә әйтә алмайынса ыҡ-мыҡ итеп ҡатып торҙо ла ҡалды. Эстән янды, көйҙө ул. Хатта соландың бүрәнәләре араһынан үҙенә юл тапҡан ҡыштың сатлама һыуығы ла, үткен еле лә һиҙелмәне.

Күпме торғандыр ҡатып, ҡарҙы шығырҙата баҫып берәүҙең атлағаны һиҫкәндереп ебәрҙе. Теге күтәрмәгә баҫып, ишекте туҡылдатып та өлгөрмәне, ул бынан сәрелдәне.

—Тағы кем бар унда?!

— Апай, был Илһам ине, йомош төштө...

Яңы ғына элдергән ишек келәһен тағы өҫкә күтәрҙе Мәфтуха.

— Йөрөйһөгөҙ суҡынышып, шунан артығыҙҙан хәбәре килеп етә, — тине ул, ирҙең ҡулынан аҡсаһын тартып уҡ алып. — Мин һеҙҙең хәлгә ингән булам, баштары ауыртмаһын, байрамдары күңелле үтһен тим... — Шулай ҙа Мәфтуха Рәүистең өләсәһе килеп китеүен әйтмәне. — Бәлки, был юлы икене алырһың да шуның менән етеп торор бөгөнгә, мин дә әҙәм балаһы, йоҡларға кәрәк.

Ир уңайһыҙланды. Тәүҙә болдорҙа, һуңынан солан эсендә урынында тапанды.

— Ней бит әле, апай, — тине ул, тотлоға биреп. — Был яртыға ла аҡсаны егеттәр генә бирҙе. Берәй эшең булһа, килеп эшләрмен, бир улайһа тағы берҙе.

— Аҡсаң юҡ икәнен беләм инде, утыҙҙан ашҡанһың, ҡатының менән балаңды түгел, үҙеңде лә ҡарай алмайһың. Башҡалар, исмаһам, өйләнмәйенсә эсә, — тип шелтәләгән булды Мәфтуха. — Ҡатын айыраһығыҙ ҙа, ятаһығыҙ әсәйегеҙҙең пенсияһына ҡарап...

— Ней, ней инде апай, әлеге шул мишәйт итә, — тине Илһам, бармағы менән боғаҙына сиртеп.

— Эсмәгеҙ, этем ҡушҡанмы һеҙгә!

Ҡатындың ирей барыуын һиҙгән ир, уның һалпы яғына һалап ҡыҫтырып та өлгөрҙө.

– Эх, апай, ун ике йәшкә минән өлкәнерәкһең, ә үҙең ҡыҙҙар һымаҡһың. Бөтә ҡатындар ҙа һинең кеүек түгел шул. Өйләнеп бөтмәйһең, төҫ ташлайҙар. Ошо сир менән ауырымаһам, биллаһи, ҡулыңды һорар инем.

— Һораны, ана, бер баш бәләһе, малай таптырҙы ла үҙе, пеләмән үгеҙ шикелле, һары мәрйәгә эйәреп сығып та китте. — Шулай ҙа Мәфтуханың күңеленә Илһамдың һүҙҙәре тәьҫир итмәй ҡалманы. Ирһегән тәне буйлап күҙәнәктәре этешә-төртөшә йүгереште, эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡатын-ҡыҙ ҡырҡтан уҙһа яңынан йәшәреп ала ти бит, был тойғо иллегә яҡынлашҡанда ла була икән шул. — Ә ниңә, Илһам, эсеүеңде ташламайһың һуң? Ҡулыңдан килмәгән эш юҡ, тигәндәй, мин булмаһам ни, табылыр ине шунда бер тол ҡатын. Хәҙер улар быуа быуырлыҡ, ирҙәр генә дефицит. Тик былай йөрөһәң, хи-хи-хи, ирлек ғәйрәтең юғалыуы ихтимал, алашаға әйләнеүең дә бар. Хи-хи-хи...

Илһам һөжүмгә күсергә ваҡыт икәнен аңланы. Юҡ, яңғыҙ ҡатынға ир ғәйрәтен күрһәтергә түгел, ә бер юлы өсөнсө шешә самогонын да һорарға. Ир тигәндән, аптырамайҙыр әле, тип уйланы ул.

— Һинең һымаҡ һылыу, тығыҙ, аҡ тәнле ҡатынға йәшерәктәр ҡарай торғандыр, ҡайҙа инде беҙҙең кеүеккә, — тигән булды ул, тамам батырланып.

Тән тураһында ишеткәс, Мәфтуха күкрәк тирәһен япҡан, халат итәктәрен тартҡылаған булды.

— Һы, йәштәр илап һораһалар ҙа самогондан башҡаһын биргәнем юҡ, — тип, мут йылмайҙы ҡатын. — Улар ошо халатҡа ышҡынып та өлгөрмәйҙәр, шундуҡ хәбәр ҙә тараталар: йәнәһе егетлеген күрһәтәләр инде, имеш, шунда ҡунған да, бында ятҡан. Бала-сағаның ауыҙында һүҙ торамы ни...

— Эйе шул, — тигән булды Илһам. Тамағын ҡырып алды. — Ней, мин, минең ни, үҙең беләһең, аҡса алыр ерем юҡ, ана шул эшеңде килеп эшләрменгә бер ярты бирһәң, шул еткән. Апай, һине бимазалап төнөн уятмаҫ өсөн тағы берҙе бир инде. Уныһына иртәгә төндә әсәйҙең писугынмы, яңыраҡ ҡына үгеҙ һуйҙыҡ, өс-дүрт кило итенме килтерермен. Ней бит әле, төн оҙон...

Мәфтуха Илһамға һөҙөп ҡараны. "Ниңә мине ярһытып, әллә нәмәләр һөйләнеп тораһың һуң, алаша!" — ти ине уның ҡарашы. Шулай ҙа иргә эсендәге нәфсеһенең тулауын һиҙҙермәне.

— Ҡара уны, бурысыңды оҙаҡ көттөрмә, — тине лә, өйҙән литр ярымлыҡ пластик шешәгә һалынған шыйыҡсаны сығарып тотторҙо. — Иртәгә иртүк кил, анау тиреҫте сығарып, аҙбар эсендә һыйырға улаҡ та рәтләп алаһы бар.

— Килермен, әбизәтелнә килермен...

Мәфтуханы тағы карауаты үҙ ҡосағына алды, һырылған юрғаны йылылыҡ бирергә тырышты. Бәпкә йөндәрен сығартып, ул һалҡынды яйлап тәненән ҡыуа барҙы. Был ваҡытта ҡалтырап-ҡалтырап китте ҡатын. Етмәһә, мейеһен Әсмә ҡарсыҡтың һүҙҙәре сүкей башланы: "Һин генә улым менән киленемдең башына еттең", "нисәмә кешенең ғаиләһен тарҡатты ошо һаҫыҡ самогоның, нисәмә әҙәм фанилыҡтан китте", "балаларының, ҡатындарының, ата-әсәһенең рәнйеше, күҙ йәше ебәрер тиһеңме? Юҡ!

Харап икән, тип тынысландырырға тырышты үҙен Мәфтуха, эсмәһендәр. Мин бит өйҙәренә илтеп, ирҙәренең ауыҙына һалмайым. Ана, әле генә Илһам килде. Заманында уның ҡатыны ла, балаһын эйәртеп, әллә нисәмә тапҡыр балауыҙ һығып китте. Эсермә, тиеп. Йүнле булһалар, ирҙәрен тыйһындар ине. Әйтерһең, тыуғанда суфый булғандар. Ә миңә аҡса кәрәк, ҡалалағы улыма ла ебәреп торорға, үҙемә лә нисектер йәшәргә кәрәк тә инде, пинсәгә иртәрәк әле, колхозы тарҡалды. Хәҙер фермерға барып сөгөлдөр генә утайһы ҡалды инде, шулай итмәй ни. Хәйерселәрҙе байытып. Лутсы үҙ бизнесың. Уныһын да силсәүит тыйырға маташты, участковыйҙы ебәреп бөттө. Эйе, тотто ти Мәфтуханың ҡойроғон ҡартайғансы лейтенант булып йөрөгән милисә Закир. Уға ла ашарға кәрәк бит, юҡ-юҡ та аҙна һайын йөҙ һум булһа ла тамып тора, кәрәккәндә "первач" көмөшкәһен алып китә. Был донъяла ҡул ҡулды йыумаһа йәшәрһең, бар, йәшәмәй ни. Ә эсеп суҡынғандарҙың гонаһын ауҙармаһындар. Береһе лә минең өйҙә ятып дөмөкмәгән, ҡалғанын белмәйем дә күрмәйем. Әйҙә, юҡ ғәйепте иҫбатлап ҡараһындар.

Мәфтуха нисек кенә үҙен тынысландырырға тырышмаһын, барыбер күңелендә төйөн булып йөрөгән хәлдәр һүтелә, үлгәндәрҙең йөҙҙәре лә пәйҙә була барҙы.

Тәүҙә күҙ алдына Миҙхәт килеп баҫты. Ниндәй таҙа, һау-сәләмәт ир. Ауылда уны "алтын ҡуллы" ти торғайнылар. Кемгә нимә кәрәк — барыһы ла уға барҙы. Мәфтуханың да йомошо төштө бер заман. Ире ташлап киткән йыл ине. Өй түбәһенең шиферы ярылғанмы, тишелгәнме шунда, ямғыр яуған һайын һыу үтеп, хатта түбә таҡталарынан тамсылап тора. Әлеге шул кемгә бараһың инде, оҫта кешегә. Шунан һуң, бар ҡатын да ирен ҡыҙғана. Ошо мәл аңланы ла инде ҡатын ирҙең түшәк өсөн генә түгел, ә йорт мәшәҡәттәренә лә кәрәклеген. Уҫыраҡ булһа ла ирең булһын икән ул, тигән ти бит берәү, уфтанып. Шуның һымаҡ, әле береһенә барып ҡараны, әле икенсеһенә. Тыңламанылар. Һәр ҡайһыһы һылтауын тапты, йә ҡатыны алдан "өрөп" сыҡты. Ә Миҙхәт килде. Кискә табан, эштән һуң. Шиферын да оҙаҡ алыштырманы. Ғәҙәтенсә, Мәфтуха өҫтәлгә шешәһен ултыртып, ашын һалды, салат-малатын ҡуйырға ла онотманы. Шул саҡ уның күңелен тәү тапҡыр сит-ят ирҙәргә тартылыу тойғоһо солғап алды. Йәшлеге лә булғандыр, йәне-тәне лә көслө ҡулдарға һыуһағандыр инде, мейес артына инде лә стаканға көмөшкәһен ҡойҙо, йоҡлатҡыс дарыуын һалды.

— Һин был яртыңды алып ҡайтып, иркенләп эсерһең инде, Миҙхәт, — тине ул, тулҡынланып. — Бында бар бит әле. Иртәгә баш төҙәтерлек тә ҡала.

Уны-быны һиҙмәгән ир, стакандағы көмөшкәне шундуҡ түңкәрҙе. Мәфтуха үҙенә лә һалып эсте, батырлыҡ өсөн. Улы бәләкәй ине әле ул саҡта, әсәһенә ҡуна ебәрҙе. Ир шундуҡ иҫерҙе, ауыҙын ҙур асып иҫнәй ҙә башланы.

— Ҡана, тағы берҙе ҡой әле, бигерәк шәп булды был нәмәҫтәкәйең, — тине Миҙхәт, стаканын һоноп. — Башҡа шундуҡ китте.

— Хәҙер, хәҙер ҡоям, — тип өлтөрәп йөрөнө Мәфтуха. Быныһына дарыу-фәлән һалып торманы, ярты стаканға көмөшкәһен ҡойоп сығарҙы. — Бик тиҙ иҫермә инде, ҡайтып та етерең бар, йәш кәләшең эҙләп сығыр, — тигән булды ул ирҙең ҡылын тартҡылап.

— Кәләшме? Һе... пүстәк кәләш. — Миҙхәт ҡойолғанды эсте лә, өҫтәлдән стаканды алып ҡуйырға үрелгән ҡатындың ҡулынан тотто. Уны һыйпаны, устарын ҡытыҡлап, үҙенең бармағын йөрөттө.

Ҡатын ярһыны. Ҡытыҡланған, бөтә тәнен еңелсә рәхәтлек биргән усына, нәфсе төймәһеләй, бар теләге тулышты ла, ошо тойғоно ярһытҡыс урындарға йүгертте. Ысынлап та, "алтын ҡуллы" икән был Миҙхәт, тип уйланы ул, эшкә генә түгел, түшәк яғына ла. Ана, әллә нәмәләр белеп бөткән. Димедрол эскән ирҙең түгел, үҙенең башы зыр әйләнде, теле уртына һыйыша алманы, тәне янды, ирҙең көслө ҡулдарын нәфсеһен баҫырлыҡ ерҙәрҙә йөрөткөһө килде — уның муйынына аҫылынды...

Бындай ләззәтле минуттар тағы бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Ләкин бер көндө, артыҡ мауығып китеп, ишекте элдерергә онотҡандар — Миҙхәттең ҡатыны Гөлнәзирә килде лә керҙе. Ир тиҙ генә салбарын эләктерә һалды. Ә Мәфтужа яланғас килеш юрған аҫтында ҡалды. Гөлнәзирә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмайынса шаҡ ҡатты.

— Йә сығып тор, миңә кейенергә кәрәк таһа, — тине аңына килә башлаған Мәфтуха. — Хәҙер тоттоң инде. Оятһыҙ, һағалап, күҙәтеп торғанһыңдыр, моғайын. — Ҡатын ҡыҙа барҙы. Үҙенең ирһеҙ ҡалыуы иҫенә төштө, бәхетһеҙлегендә башҡаларҙы ғәйепләне. Бүтәндәрҙән көнләшеүен, ирен алып киткән һары мәрйәнең үсен Гөлнәзирәгә төшөрҙө. Тамам ҡыҙҙы, ярһыны. Ҡапыл юрғанын асып ебәрҙе лә имсәктәренә, арт һынын күтәреп, артына шапылдатып һуғып алды. Аҡырырға, иларға кереште. — Күргәнең юҡмы, мә, ҡара! Бына ошоға алданып киләләр ҡатын наҙына һыуһаған ирҙәр. Үҙегеҙҙеке булмағанға кем ғәйепле? Кәрәкһә, ирҙәрегеҙҙе тота белер инегеҙ!

Гөлнәзирә өндәшмәне. Ҡырт боролдо ла бер-ике аҙым атлап ҡуйҙы. Һуңынан ҡабат Мәфтухаға ҡараны.

— Оятһыҙ. Улай бик иреңде тота белгәс, башҡаға сығып китмәҫ ине! — тип, ишек тотҡаһына үрелде. Һуңынан телһеҙ ҡалған иренә өндәште. — Ҡайтмаһаң да була, уның менән йәшәп ҡал. Беҙҙең өйгә күсһәгеҙ ҙә ярай, мин балаларымды алып ауылыма ҡайтып китәм...

Тынлыҡ урынлашты. Мәфтуха халатын өҫтөнә элеп, бәләкәй яҡҡа сыҡты. Сәсе туҙған башын тотоп, өҫтәл артына ултырҙы.

— Мейес артында сирек менән самогон ултыра, әйҙә, ҡой әле, — тине ул Миҙхәткә. — Теләһәң, бында ҡал, ҡатының барыбер ҡайтып китәсәк. Теләмәйһең икән — артынан йүгер, ғәфү үтен.

— Ә-ә... Хәҙер, мин хәҙер. — Көмөшкә һалған ирҙең ҡулы ҡалтыраны. Әллә ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр һөйләне, көлгән булды, үҙен көсләп йылмайтты. Тәүге стакандағы шайтан һыуын тын да алмайынса эсеп бөттө. Икенсеһен ҡойҙо. — Дә-ә, кәптек ҡапҡанға. Нишләп ишегеңдең элгәсен элдермәнең һуң?

— Элеп өлгөрөрһөң һинең менән, инеп тә етмәнең, йыл буйы башмаҡ күрмәгән үгеҙ шикелле танау тишектәреңде ҙурайтып, ярһып-ярһып йәбештең. Бар, ҡаршы тороп ҡара, — тине лә Мәфтуха, һалынған самогонын эсеп ҡуйҙы. Аҙыраҡ тын алғас, тыныслана бирҙе. Миҙхәттең күҙҙәренә текләне. — Ашығаһың бит. Энә өҫтөндә ултырғандайһың, тотмайым, бар ҡайт.

— Э-э, эйе, эйе... — Ир һалынғанын күтәреп эсте лә, төймәләрен эләктереп, күлдәген салбарына ҡыҫтырҙы. Һуңынан сығып тайыу яғын ҡараны.

Өйөндә ни булғандыр, Мәфтухаға уныһы билдәһеҙ, иртән ауылға ҡот осҡос хәбәр таралды: Миҙхәт ҡомаҡ ағыуы эскән. Дауаханаға алып барғанда иҫән булған әле. Тик һуңғараҡ ҡалғандар, эсе ҡырҡылып бөткән. Система ла, уколдар ҙа, ашҡаҙан-эсәктәрен йыуҙыртыуҙар ҙа алып ҡала алмаған. Бына шулай, ҡапыл ғына китте лә барҙы ауылдың алтын ҡуллы кешеһе. Гөлнәзирә ҡайтып китеп өлгөрмәне. Ире лә ғәфү үтенер алдынан уҡ ағыу эсеп өйгә ингән булып сыҡты. Тәүҙә ҡатыны уны иҫерек тип уйлаған. Тик күҙҙәрен аҡайтып иҙәнгә ауғас, ауыҙынан күбектәр килә башлағас ҡына эштең ниҙә икәнен аңлаған. Дауаханаға алып барыр өсөн машина эҙләп сапҡан, һөт эсереп, ҡоҫтороп ҡараған — файҙаһы булмаған. Ире үлгәс, башҡа ир-атты яҡын да юллатманы. Улы менән ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләй. Мәфтухаға тап булһа, иҫәнләшмәй, башын юғары күтәреп, кәүҙәһен турайтып үтә лә китә...

Был төндө Мәфтуха күп уйланды. Тағы ике кешегә ишек асып, көмөшкәһен тотторҙо ла, аҡсаһын яҫтығына махсус тегелгән урынға тығып, карауатына барып ятты. Уйланды, борғоланды. Тик таң һарыһы беленә башлағас ҡына йоҡо үҙенекен итте. Тәрән йоҡоға талды ул. Башында ҡайнашҡан уйҙарымы, һаташыу ҡатыш ингән төшмө, уның бар булмышын солғап алды, үҙ ихтыярына буйһондорҙо.

Бәй, ана улы ҡайтып килә лаһа. Нишләптер ҡап-ҡара эш костюмы кейгән. Аяғында — кирза итек. "Улым, һин былай ауылға ҡайтҡаның юҡ ине. Ҡайҙа яҡшы костюмың? Үткән ҡайтҡаныңда ғына бар самогон аҡсаһын костюм алырға ебәргәйнем бит", — тине Мәфтуха, аптырап. Үҙе улын ҡоса. "Әсәй, мин бит өй һалырға ҡайттым. Ана, был яҡҡа килгән машинаны күрәһеңме, бура тейәгән, — тип йылмая улы. — Бураны үҙем бураным. Бына ошо ҡулдарым менән. Һин самогондан йыйған аҡсаны биреп ебәргәйнең бит, шуға бүрәнәләр алдым. Бәпкәләре лә, матсалары ла бар. Таҡтаһын бында ла табырбыҙ. Башын Миҙхәт ағай ябыр, ул — алтын ҡуллы кеше. Әсҡәт ағай ҙа булышыр. Ә ҡатыны Надя-Наилә апайҙы мүк тығырға әйтерһең, яраймы?" "Ярауын ярай ҙа, тик улар, улым, иҫән түгел бит әле..." "Иҫән улар, әсәй, иҫә-ән". "Ҡайҙа ашығаһың, улым, өйҙө үтеп киттең дәһә?" "Әйтәм бит, әсәй, бура алып ҡайтып киләм. Уны ҡайҙалыр бушатырға кәрәк бит". "Әлеге йорт ҡаршыһына күтәрәйек һуң, улым". "Юҡ, әсәй, был өй түҙерлек әле. Мин яңы нигеҙ ҡорам. Бүтән кәләш алам. Быныһы йөрөмтәл булып сыҡты. Етмәһә, һиңә ейән-ейәнсәрҙәр ҙә таба алмай". "Үҙең теләгәнсә эшлә инде, улым, бура күтәрәсәк нигеҙең ныҡлы булһын". "Ныҡлы, ныҡлы, әсәй, ҡайғырма-а..."

Туҡ... Туҡ... Туҡ...

Мәфтуха тертләп китте. Әйтерһең, йоҡлаған сағында йәне тәненән айырылып торған да, кире инә алмай яфалана: ә йөрәге дөп-дөп тибә, тын етмәй, башы зыңҡый, күҙ алдынан улы йылмая-йылмая алыҫлаша... Туҡ, туҡ, туҡ... Ҡатын сәғәтенә үрелеп ҡараны. Иртәнге унынсы ярты. Бәй, шул тиклем ҡаты йоҡламаһа? Төнө буйы йоҡо маҙары бирмәйҙәр шул, әле ана тағы суҡынып килеп тә еткәндәр. Моғайын, баштары ауырталыр инде. Туҡ, туҡ, туҡ...

— Хәҙер асам, ай, Аллам, түҙә алмайһығыҙмы ни? Төнө буйы һыйыр һымаҡ эсеп сығалар ҙа, иртүк Мәфтуха апайҙары кәрәк... — тип һуҡрана-һуҡрана, ул келәне күтәрҙе. Ишек асылыуға, аптырап китте: ҡаршыһында почтальон ҡыҙ тора. — Ни, ни булды, ҡыҙым, таңдан гәзит таратаһыңмы? Дөрөҫ эшләйһең. Ауылда мин генә "СПИДинфо" алдырам, ҡулыма тоттормаһаң, рәшәткәгә ҡыҫтырған ерҙән алалар ҙа китәләр. Хәҙер йәштәргә ышаныс бармы?

Ҡыҙ тотлоҡто. Ағарып, йөҙө тартышты, көрән төҫкә ингән ирендәре өҙөк-өҙөк ауаздар сығарҙы.

— Мә-Мәф-туха а-апай, гә-гәзит түгел, телеграмма алып к-килдем.

— Н-ниндәй телеграмма тағы? Ни һөйләйһең һ-һин, суҡынсыҡ ҡ-ҡыҙыҡай? – Мәфтуханың ҡалтыранған ҡулы ҡыҙ һуҙған ҡағыҙ киҫәген алды. — Ни-ни...

"Тиҙ генә килеп етегеҙ, улығыҙ мәрхүм булды. Киленегеҙ".

— Был нимә? Был нимә тип һорайым һинән, суҡынсыҡ ҡыҙыҡай! — Ҡот осҡос хәбәргә ышанырға теләмәне Мәфтуха. Билләһи, ҡыҙҙы быуып ташларға әҙер ине ул. Тик оло төйөр үҙенең алҡымына тығылды ла быуырға кереште. Ҡатын солан стенаһы буйлап шылып төштө. Йөрәген тотоп, сүгеп ултырҙы.

...Зыяраттан бар халыҡ ҡайтып бөттө. Ҡәберҙең дүрт яғына ултырып, әхирәткә барған бәндәнән һорау алғанда доғалары, сүрәләре менән ярҙам итеп торған дүрт ҡарт та яй ғына ауыл яғына табан атланы. Яңы хасил булған тупраҡ өйөмөн ҡосоп, тик әсә кеше — Мәфтуха ғына тороп ҡалды.

— Әй, балам, — тип өҙлөгөп иланы ул, — ниңә генә ҡулыңа еп алдың икән? Исмаһам, мине уйлар инең. — Бер аҙ үкһегәс, тынып торҙо ла, эргәлә үҫкән ҡарт ҡайын ботаҡтары аша күккә ҡараны. — Әй, Аллам, ниндәй гонаһтарым өсөн мине шулай яфалайһыңдыр инде?! Берҙән-бер йыуанысымды ла эргәңә алдың. Миңә нисек йәшәргә хәҙе-ер? Әй, Аллаҡайым...

Күпме илағандыр әсә, ҡыш һалҡыны үҙенекен итте. Тәнен дер ҡалтыратты. Яй ғына ул сүгәләгән еренән торҙо. Баш осона ҡуйылған һәйкәлдә йылмайған улының һүрәтен һыйпаны.

— Тыныс йоҡла, балаҡайым, урының ожмахта булһын...

Аҡрын атланы Мәфтуха. Артына әйләнеп-әйләнеп ҡараны. Улы оҙатып бара төҫлө ине уға. Ошондай уҡ тимер һәйкәлдәргә беркетелгән фотоларҙан Әсҡәт менән Наиләнең, Миҙхәттең, тағы әллә нисәмә ауылдашының да ауыр ҡараштары оҙатып ҡалғандай булды зыярат ҡапҡаһын ябыусы ҡатынды...

Фото: Бәйләнештә

 

 

Автор:
Читайте нас: