-3 °С
Ҡар
Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Раил Әхмәровтың көҙгө каникул көндәре бигерәк тә фәһемле һәм иҫтәлекле була. Ул уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина менән илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе күреүгә ирешә.
Ә был бәхет уға “Беҙ Рәсәй ғорурлығы” Бөтә Рәсәй тикшеренеүҙәр һәм ижади эштәр конкурсында 3 -сө урын яулағаны өсөн бирелә. Раил етәксеһе Айгөл Мәжит ҡыҙы менән Мәскәүҙә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты!
Афарин, Раил! Һиңә артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
"Йәнтөйәк" гәзите