Шоңҡар
+22 °С
Ясно
Милли проекттар
21 Апреля 2025, 09:54

"Сәләмәтлек поез"ы юлға сыҡты

Үткән йылда 170 мең кеше был акция сиктәрендә сәләмәтлеген тикшергән. 4200 кешелә туберкулез, онкология, шәкәр диабеты кеүек сирҙәргә диагноз ҡуйғандар. 

"Сәләмәтлек поез"ы юлға сыҡты"Сәләмәтлек поез"ы юлға сыҡты
"Сәләмәтлек поез"ы юлға сыҡты

21 апрелдән 16 сентябргә тиклем Башҡортостан буйлап "Сәләмәтлек поез"ы юлға сыға. Өфө ҡалаһының 21-се һанлы дауаханаһының тәжрибәле табиптары республиканың бәләкәй һәм төпкөл ауылдарында йәшәүсе халыҡтың сәләмәтлеген тикшерәсәк. Терапевт, хирург, онколог, гинеколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог кеүек белгестәр ҡараясаҡ. Үткән йылда 170 мең кеше был акция сиктәрендә сәләмәтлеген тикшергән. 4200 кешелә туберкулез, онкология, шәкәр диабеты кеүек сирҙәргә диагноз ҡуйғандар.  Сире табылған пациенттарҙы  артабан дауалау эше айырым буласаҡ, урындағы поликлиникаларҙа дауам ителәсәк. 

Фото интернет селтәренән алынды. 

"Сәләмәтлек поез"ы юлға сыҡты
"Сәләмәтлек поез"ы юлға сыҡты
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас