Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Октября , 17:28

“Урал батыр” сәйәхәткә саҡыра

Милли проекттар нигеҙендә бындай эштәр халыҡ файҙаһына башҡарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Урал батыр” сәйәхәткә саҡыра“Урал батыр” сәйәхәткә саҡыра
“Урал батыр” сәйәхәткә саҡыра

“Урал батыр” турфирмаһы Росмолодеж программаһының

Бөтә Рәсәй “Беренселәрҙең сәйәхәте” (“Походы первых - Больше, чем путешествие”) проекты сиктәренә ярашлы үткән ялдарҙа бер төркөм был программаға теркәлеүселәрҙе Торатауға бушлай сәхәйәткә алып барҙы. Төрлө йәштәге сәйәхәтселәрҙең барыһына ла көн дауамында тәбиғәттә йөрөү оҡшаны.

“Беҙгә ошондай матурлыҡты күрергә ярҙам иткән турфирма операторҙары Гөлнара менән Руслан Кускилдиндарға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем”, - тине Гөлнур Ғәлиәйәнова. Евгения Гәрәева ла ойоштороусыларға һоҡланыуын белдереп: “Сәйәхәттең һәр минуты алдан әҙерләнгән, уйланылған. Бер буш минутыбыҙ ҙа булманы. Тәбиғәткә лә ҡарап һоҡландыҡ, күп ҡыҙыҡ нәмәләр ҙә белдек”, - тине. “Беҙҙе үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәр йөрөттө. Гид Гөлфиә Хәйрулланан Башҡортостандағы ер-һыу атамаларына, билдәле шәхестәренә, батырҙарына бәйле күп мәғлүмәт алдыҡ. Ә инструктор Алексей Бураков тәбиғәттә үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға өйрәтте, килеп сыҡҡан бәлә-ҡаза алдында юғалып ҡалмау осраҡтарын мауыҡтырғыс итеп аңлатты, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Бындай сәйәхәт күңелебеҙ түрендә мәңгелеккә урын аласаҡ”, - тине Ләлә Яҡупова.

Ысынлап та, шәп проект уйлап тапҡандар! Уны тормошҡа ашырып, рсепублика халҡына бушлай сәйәхәт итеү мөмкинселеген биргән “Урал батыр” турфирмаһына рәхмәт!  Улар ойошторған конкурстарҙан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!

“Урал батыр” сәйәхәткә саҡыра
“Урал батыр” сәйәхәткә саҡыра
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас