Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Мин: кисә һәм бөгөн
17 Января , 12:56

Цирк донъяһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес

1950 йылдың 17 ғинуарында цирк артисы һәм һауа гимнасы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәзизов тыуған.

Цирк донъяһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхесЦирк донъяһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес
Цирк донъяһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес
  1. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында донъяға килә.
  2. Юнир Хәсән улы Башҡорт цирк студияһын тамамлай.
  3. Хеҙмәт юлын Өфө циркында башлай.
  4. 1982-1990 йылдарҙа директоры була.
  5. Ҡатыны Гүзәл Ғәзизова менән цирк сәнғәтендә үҙ йүнәлешендә берҙән-бер булған бер нисә һауа трюкы авторҙары.
  6. Икеһе сығыш яһаған “Торна һәм Батыр” номеры донъя кимәлендә танылыу яулай. Был сәхнә әҫәре халыҡ ижады өлгөләре образдарынан барлыҡҡа килә.
  7. Спорт һәм цирк донъяһында Юнир Ғәзизовҡа «әүернәсе» (крестовик) тигән ҡушамат тағыла. Ул ҡулсаларҙа бик көслө “әүернә” трюгын башҡара, ҡулдың суҡтарына ғына таянып, боролошло “әүернә”не һул һәм уң яҡҡа эшләй ала. Был номер өсөн махсус яҙылған музыка, уйланылған композиция, артистың юғары башҡарыу оҫталығы Ғәзизовтарға СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә даими уңыш тәьмин итә.
  8. Ғөмүмән, бындай номерҙар аша Ғәзизовтар ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра ала һәм һәр ерҙә юғары баһалана. Улар милли хореография элементтарын һәм музыка темаһын индереп, трюктың һәм пластиканың тәбиғи рәүештә ҡушылғанына өлгәшәләр. Һәр береһе үҙенең үҙенсәлеген, геройҙың характерын сағылдырып өлгөрә. Ҡеүәт һәм нәфислек, физик камиллыҡ һәм рухи матурлыҡ гармонияһы дуэты барлыҡҡа килә. Номер көтөлмәгән сиселеше, трюктың үҙенсәлеге менән айырылып торған.
  9. 2006 йылдың 15 майында цирк донъяһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған Юнир Хәсән улының йөрәге тибеүҙән туҡтай.
  10. Юнир Ғәзизовтың тыуған яғында, уның вафатынан һуң, Бөрйән районы административ үҙәге Иҫке Собханғол ауылында уның исеме яңы урамдарҙың береһенә бирелгән. Иҫке Собханғолда ул тыуып-үҫкән йортта таҡтаташ бар. Фото интернеттан алынды. 
Цирк донъяһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес
Цирк донъяһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас