Бөгөн Өфө парктарының береһендә шприц энәләре табылған. Уны эскәмйәләрҙең ярығына билдәһеҙ кешеләр ҡыҫтырып киткән. Әлегә тикшереү эштәре алып барыла. Иғтибарлы булырға кәрәк, ошо мәғлүмәтте яҡындарығыҙға еткереүегеҙ һорала!
Әйткәндәй, Өфөлә бындай осраҡтар йышайҙы. Быйылғы йылдың август айында сауҙа үҙәктәренең береһендә йәш егет энә менән бер ҡатынды сәнсеп киткәйне. Енәйәтсене видеокамера төшөрөп алған, әммә тәфтишселәр әле лә таба алмаған буғай. Ҡатын кешегә анализдар тапшырырға ҡушҡандар. Табиптар әйтеүенсә, кешене ВИЧ менән улай итеп зарарлап булмай, әммә һаҡ булырға саҡырғандар.