Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2018, 14:22

Уңышлы булыу серҙәре

Нишләп берәүҙәр барыһына ла оҡшай, уңыштарға ла еңел генә өлгәшә, ә икенселәргә тырышып-тырышып та бер нәмә лә килеп сыҡмай икән, тип уйланғанығыҙ, моғайын, барҙыр.

Нишләп берәүҙәр барыһына ла оҡшай, уңыштарға ла еңел генә өлгәшә, ә икенселәргә тырышып-тырышып та бер нәмә лә килеп сыҡмай икән, тип уйланғанығыҙ, моғайын, барҙыр. “Думай и богатей” тип аталған билдәле китап авторы Наполеон Хилл бер эссеһында уңышҡа өлгәшеү өсөн бер нисә кәңәш бирә.
  1. Уңышлы кеше һәр саҡ күтәренке кәйефтә йөрөй, тирә-яғындағыларҙы ла шуға көйләргә тырыша.
  2. Улар һәр ваҡыт, һәр кем менән (дәрәжәһенә ҡарамай) ихтирамлы, иғтибарлы итеп аралашалар.
  3. Иғтибар менән тыңлай беләләр.
  4. Төрлө мәлдәрҙә лә тыныслыҡ һаҡлай алалар.
  5. Әйткән һүҙҙәрен һәр саҡ үтәйҙәр.
  6. Бүтәндәрҙең идея-фекерҙәренә ҡолаҡ һалалар, тәнҡит күҙлегенән сығып баһалағанда ла түбәнһетергә, битәрләргә тырышмайҙар.
  7. Эште ваҡытында һәм тиҙ башҡаралар.
  8. Бүтәндәрҙән алмашҡа бер ни ҙә көтмәй, ярҙам итәләр.
  9. Ярамһаҡланмай ғына маҡтай һәм хуплай беләләр.
  10. Һәм, әлбиттә, алма беш – ауыҙыма төш, тип уңышты күктән көтөп йә килтереп биргәндәрен көтөп ятмайҙар.




    Читайте нас в