Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2019, 12:42

Икеһенә ике йөрәк, бер ғүмер...

Хоҙай был ҡыҙҙарға бер кәүҙә биргән, улар икеһе бер булып йәшәй: эшләй, машина йөрөтә, ял итә... Ә ғашиҡ булһалар, нишләргә?

Хоҙай был ҡыҙҙарға бер кәүҙә биргән, улар икеһе бер булып йәшәй: эшләй, машина йөрөтә, ял итә... Ә ғашиҡ булһалар, нишләргә?


АҠШ-тағы Менисота штатының Нью-Джермани ҡалаһында йәшәүсе 28 йәшлек Эбигейл һәм Бриттани Хенсендарҙың икеһенә бер кәүҙә, ә йөрәк, ашҡаҙан, үпкәләр, умыртҡа һөйәге һәр береһенә айырым. Ҡыҙҙар тыуғас, ата-әсәләре сабыйҙарының кәүҙәһен айырыу буйынса хирургик операциянан баш тарта. Бер ҙә үкенмәй улар, ҡыҙҙарына тик бәхеттәр теләйҙәр.


Ҡыҙҙар бер-береһе менән килешеп йәшәргә өйрәнгән һәм үҙҙәрен бик бәхетле тоя. Әммә ҡыҙыҡлы осраҡтар бик күп: мәҫәлән, береһенең ашағыһы килгәндә, икенсеһе серем итергә теләүе ихтимал. Бриттани ике тапҡыр пневмония менән ауырыған, Эбигейлдың һаулығы шәп. Холоҡтары ла төрлө, береһе йомоғораҡ, икенсеһе аралашыусан. Ҡыҙҙар бер ваҡытта ла бойоғоп ултырмай, машина, мотоциклда йөрөйҙәр, музыка ҡоралдарында уйнайҙар, киноны ла ҡалдырмайҙар. Кинотеатрҙа һәр береһенә айырым билет ала улар. Бала саҡтан уҡ икеһе бер һүҙҙән уҡытыусы булырға ҡарар итә, әлегә башланғыс кластарҙа белем бирәләр.


Ҡыҙҙар ғашиҡ булыу, шәхси тормош тураһында һүҙ йөрөтөргә ҡурҡа. Ни генә тимә, уныһы йөрәк ҡушыуы буйынса...


Рikabu.ru сайты мәғлүмәттәре файҙалынды.

Читайте нас