Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2019, 19:08

Флүр Миңшәриф улы Ғәлимов — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы билдәле башҡорт яҙыусыһы Флүр Миңшәриф улы Ғәлимовҡа "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы билдәле башҡорт яҙыусыһы Флүр Миңшәриф улы Ғәлимовҡа "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде!

Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы Бөйөк Британияла нәшер ителә. Башҡорт яҙыусыһының әҫәре The Taste of Forbidden Fruit — «Тән ғазабы» тигән исем аҫтында инглиз теленә тәржемәләнгән. Инглизсә баҫтырыу тәҡдимен «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов индергән.
2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә яҙыусының «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы рус телендә донъя күрҙе. Китап донъяның 25 иленән 300 нәшриәт ҡатнашҡан 31-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә үҙ урынын алды. «Юность» журналының декабрь һанында Рәсәйҙең билдәле әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың Флүр Ғәлимовтың трилогияһына рецензияһы баҫылырға тейеш.
«Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Мәскәүҙәге ҙур уңышын дауам итә», — ти филология фәндәре докторы, профессор, танылған рус шағиры Александр Шуралев. Ысынлап та, әҙип быйыл рус әҙәбиәтендә ижади асыш булды: ҙур романдарының тәржемәләре илдең «Юность», «Роман-газета», «Литературная газета» баҫмаларында, шулай уҡ республикабыҙҙың «Ватандаш», «Бельские просторы», «ЛиФФТ» журналдарында баҫылып сыҡты.
«Роман-газета» журналында Флүр Ғәлимовтың «Алтын ҡанатлы Һомайғош» романы донъя күрҙе. Ошо һандың 600 данаһы заказ буйынса Германияға — университеттарға, колледждарға, китапханаларға һәм рус әҙәбиәтен һөйгән немец китап уҡыусыларына оҙатылған.