Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2019, 15:03

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!

1 июндән һыу инеү миҙгеле асыҡ тип иғлан ителде, әммә күптәр уны быға тиклем дә башлап өлгөргәйне. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәү арҡаһында, бер нисә кеше һәләк булған. Мәләүез районында бер ир уҙаманы иҫерек килеш һыуға ырғып үлгәйне, кисә Бөрйәндә ете йәшлек малай һәләк булған.


Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 4, 6 һәм 7 йәшлек малайҙар һыу инергә барған. Иң өлкәндәре һыуҙың тәрән урынына йөҙөп барып, батып үлгән. Уны ҡотҡара алмағандар.


Һыу ингәндә ошо ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш:

- балаларҙы һыу буйына яңғыҙҙарын ебәрмәҫкә;

- таныш булмаған урында һыу инмәҫкә;

- ярҙан алыҫ китмәҫкә;

- кәмә, караптар йөрөгән ерҙә йөҙмәҫкә;

- иҫерткес эсемлек эскәндән һуң, һыуға инмәҫкә.
Читайте нас: