Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2019, 11:38

Милли проекттар: фермерҙарға 3 миллион һум аҡса

Федерация Советының Аграр аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында Башҡортостан делегацияһы яңы эш башлаған фермерға гранттарҙы ит һәм һөт йүнәлешендә — 3-тән 50 миллион һумға, эшмәкәрлектең башҡа төрҙәрендә 1,5-тән 3 миллион һумға тиклем арттырырға тәҡдим итте. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Әлфәрис Байсурин һүҙҙәренсә, фермерҙар дәүләт программалары буйынса берлектә финанслау шарттарын үтәү өсөн кредит ала алмай – берлектә финанслауҙың өлөшө үҙ аҡсаңдың 40% тәшкил итә.


Хәҙер кредит алыу күп ваҡыт һәм залог йәки яуаплылыҡты өҫтөнә алыусы талап итә. Кооперативтарҙың матди базаһын һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә грант ярҙамы менән бюджет финанслауы кимәлен 80% тиклем арттырырға, шуға ярашлы, фермерҙарҙың үҙ аҡсаһын һалыу талабын 40% алып 20% тиклем кәметергә тәҡдим ителә. Ауылға ярҙам күрһәтеүҙең тағы бер юлы – халыҡҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа булышлыҡ итеү. Әле дүрт меңдән ашыу ғаилә сиратта тора, уларҙы тәьмин итеү өсөн 5 миллиард һумдан ашыу кәрәк. Бынан тыш, йәш ғаиләләргә 70% субсидия бирелә, ә ғаризаларҙың күбеһе өлкәнерәк йәштәге граждандарҙан килә. Ошо критерий булмаһа, торлаҡ алыуға сират тиҙерәк етер ине.


Читайте нас: