Шоңҡар
+16 °С
Ясно
Новости
15 Июня 2019, 12:23

"Евразия йөрәге" һәр кемдә сағыу тәьҫораттар ҡалдыра. Әммә унда ла күңелһеҙ хәлдәр ҙә осрай

Фестивалдең беренсе көнөндә эсеп, ыҙғышып йөрөгән ир уҙамандары хаҡында һүҙем. Был йәмһеҙ күренеш һәр байрамда осрай, әммә ул көндө республика етәксеһе Радий Хәбировтың яңы законына ярашлы хәмер һатыу тыйылғайны бит. Юҡ шул, "Би-2" төркөмөнөң сығышында оятһыҙ ҡысҡырып, кешеләрҙе этә-төртөп йөрөгәндәре лә булды. Һәм ундайҙар бер-икәү генә түгел ине. "Ҡарауанһарай" туҡталышы янында егеттәрҙең һуғышыуы ла шул "йәшел йылан" бәләһе хаҡында һөйләйҙер. Тимәк, ағыулы шешә ҡайҙалыр һатылған.

Хәтерләйһегеҙҙер, бынан тиҫтә йылдар самаһы элек бер ир уҙаманы эскене ташлар өсөн сәтәкәй бармағын балта менән сабып ташлағайны, уның хаҡта бихисап гәзиттәр яҙҙы, республика телеканалдарынан күрһәттеләр. Ағай хәмер менән дә хушлашты, ғаиләһендә ҡупҡан ғауғалар ҙа тынды, үҙе эшҡыуарлыҡ юлына баҫты. Бынан бер һығымта, тимәк, кешенең үҙенән тора, үҙебеҙҙән... Бөгөн республика етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәрҙәре хәмергә ҡаршы ҡаты көрәш алып бара. 12 июнь, 1 сентябрь, "Һуңғы ҡыңғырау", һабантуй көндәрендә алкоголь һатыу тыйылды, әммә юҡ. Әйткәндәй, яңыраҡ бер нисә районда үткән һабантуйҙа хәмер һатыу теркәлгән.
Читайте нас