"Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең өсөнсө көнө Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланды, "Алға, Башҡортостан!" тигән концерт уҙҙы.
Кисәге көндө Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фестивалдә ҡатнашыусы өс йырсыны ("Арғымаҡ" төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов, "Пицца" төркөмөнән Сергей Приказчиков һәм Алсу) юғары награда менән бүләкләне. Беренсе икәүһе — "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы", ә Алсу "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтау исемгә лайыҡ булды. Был хаҡта сәхнәнән байрамды алып барыусылар иғлан итте.
Кисә йәнә "Ватан" этнопаркы меңәрләгән халыҡ менән тулды, әммә беренсе көндәге рекорд артта ҡалды буғай. Өфөләр менән бергә тамашаны ҡарарға Радий Хәбиров та килде. Фестивалдең өсөнсө көнө донъялағы иң шәп пиротехник шоу менән тамамланды.