Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
15 Июня 2019, 13:12

Радик Юлъяҡшин ниңә "Пицца" менән ыҙғыша?

"Евразия йөрәге"нә сығыш яһарға килгән "Пицца" төркөмө солисы Сергей Приказчиков Элвин Грейға үсегеп ҡайтып киткән. Имеш, унан алдараҡ йырлаған Радик "Пицца"ға бирелгән ваҡытты урлаған. Һуң, Башҡортостан йырсыһын халыҡ үҙе ебәрмәй торҙо бит, тимәк, ҡунаҡҡа хөрмәт күрһәтмәүҙә бер Радик ҡына ғәйепле түгел.

"Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә сығыш яһарға килгән "Пицца" төркөмө солисы Сергей Приказчиков Элвин Грейға үсегеп ҡайтып киткән. Имеш, унан алдараҡ йырлаған Радик "Пицца"ға бирелгән ваҡытты урлаған. Һуң, Башҡортостан йырсыһын халыҡ үҙе ебәрмәй торҙо бит, тимәк, ҡунаҡҡа хөрмәт күрһәтмәүҙә бер Радик ҡына ғәйепле түгел.


Әлеге ваҡытта "Пицца"ның йәнатарҙары Элвин Грейҙың сәхифәһенә йәмһеҙ һүҙҙәр яҙа, ул быға бер ҙә иғтибар итмәгән, интернетҡа Сергей Приказчиков менән төшкән фотоны һалған һәм аҫтына "Мир!" тип өҫтәгән. Улар араһындағы дуҫлыҡ дауам итә.
Читайте нас