Шоңҡар
+29 °С
Ясно
Новости
15 Июня 2019, 15:35

Замана Горбунковы. Имтихан ваҡытында гипс эсенән телефон тауыш бирә.

Был хәл "Бриллиантовая рука" фильмын иҫкә төшөрҙө. Татарстанда бер егет имтиханға гипс менән килә. Тикшереүселәр ойоштороусылар һәм күҙәтеүселәр металл эҙләүсе ҡорамалдың сигналын ишетһәләр ҙә, был егеттә бер әйбер ҙә тапмайҙар.

Был хәл "Бриллиантовая рука" фильмын иҫкә төшөрҙө. Татарстанда бер егет имтиханға гипс менән килә. Тикшереү ваҡытында ойоштороусылар һәм күҙәтеүселәр металл эҙләүсе ҡорамалдың сигналын ишетһәләр ҙә, был егеттә бер әйбер ҙә тапмайҙар.


Барыһы ла яҡшы булыр ине, тик бер ваҡыт егеттең телефоны шылтырай башлай. Баяғы фильм традицияһын дауам итеүсене сығарып ебәрәләр. Хәҙер уға киләһе йылды көтөргә ҡала.


БДИ тапшырыу пункты хеҙмәткәрҙәре: "Педагогтарҙы һәм металл эҙләүсе ҡорамалдарҙы алдарға уйлап, телефон йә иһә шпаргалка алып кереүселәрҙең һаны һис тә кәмемәй, киреһенсә, егеттәр-ҡыҙҙар уның яғы төрҙәрен уйлап табып ҡына тора", - ти
Читайте нас