Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
17 Июня 2019, 05:53

Ит-һөттө экспортлау артасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сираттағы кәңәшмәлә белдереүенсә, йыйылған ашлыҡтың сифатлы һаҡланыуын тәьмин итеп, экспорт буйынса маҡсатлы индикаторҙарҙы үтәү өсөн элеваторҙарҙың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ. Был йәһәттән эш бер нисә урында бара ла инде.

Башҡортостан власы 2019 йылда ауыл хужалығы продукциялары экспорты күләмен былтырғыға ҡарағанда 19,3 процентҡа арттырырға иҫәп тота. Быйыл ситкә сығарыласаҡ продукцияла ашлыҡ өлөшө 40-50 процент тәшкил итәсәк тип күҙаллана.

Былтырғы күрһәткестәргә килгәндә, республикала агросәнәғәт экспорты күләме 76,3 миллион долларға еткән. Уның төп өлөшөн ашлыҡ (47,8 процент), көнбағыш һәм рапс майы (23,9 процент), һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал (11,8 процент), шәкәр (6,6 процент) һ.б. тәшкил иткән. География байтаҡ киң – Латвия, Иран, Мысыр, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны.

“Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты паспортына ярашлы, 2024 йылға экспорт күләменең индикатив күрһәткесе – 230 миллион доллар.

Читайте нас