Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Новости
17 Июня 2019, 13:52

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәрҙең әҫәре сәхнәләштерелә

Башҡорт академия драма театры танылған башҡорт шағиры һәм драматургы Салауат Әбүзәрҙең пьесаһы буйынса «Бомба» спектакленең премьераһын әҙерләй.

Башҡорт академия драма театры танылған башҡорт шағиры һәм драматургы Салауат Әбүзәрҙең пьесаһы буйынса «Бомба» спектакленең премьераһын әҙерләй.
Комедия-фарс жанрындағы спектаклдең режиссеры – Фирғәт Ғарипов. Ижади төркөмдә рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор Вәсил Ғафаров, хореограф Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер Роман Пожидаев эшләй.
«Бомба» спектакленең премьераһы 26 июндә була. Унда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин, Руслан Хайсаров, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Хәлилова, Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Асҡарова, Айҙар Шәмсетдинов ҡатнаша.
Читайте нас