Бер аҙ ваҡыт үткәс, Элвин Грей ҙа тәнҡиткә яуап ҡайтарҙы. Уның әйтеүенсә, йырҙар һаны ойоштороусылар менән алдан килешелгән. Ул командаһы менән бары килешеү шарттарын үтәгән. Радиктың сығышы 21:30 сәғәттә башланырға тейеш була, әммә программа һуҙылған һәм ул сәхнәгә сәғәт ярымға һуңға ҡалып сыҡҡан.
Ә ҡалған артистарҙың ваҡытын ҡыҫҡартыуымды концерттан һуң ғына белдем тип яҙа Радик. "Әгәр 13 минутҡа артыҡ сығыш яһауым халыҡҡа хөрмәт күрһәтмәү тип ҡабул ителһә, тамашасыларҙан ғәфү итеүҙәрен һорайым", – тигән ул.
"Пицца" төркөмөнөң тулыһынса сығыш яһамауы бик сәйер, тип иҫәпләй Элвин Грей, сөнки төркөм солисы Сергей Приказчиков сығышының һуңына төп хиттарын әҙерләгән булған.