Хоҡуҡ һаҡсылары 23 миллион һум урлап ҡасҡан Хәйруллиндарҙың эҙенә һаман төшә алмай әле.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы уларҙың балаларын эҙләүҙе иғлан иткән. Луиза менән бергә апаһы ла ҡасҡан тигән хәбәр дөрөҫ булмай сыҡты. Баҡтиһәң, Эльза исемле туғаны наркотик һатыуҙа ғәйепләнеп, төрмәлә ултыра икән.
Ике балаһын алып, ир менән ҡатын 27 май иртәһендә юҡҡа сыҡҡан ине. Ҡайһы бер сығанаҡтар уларҙы күптән Рәсәйҙән сығып китеүен хәбәр итә. Хәйруллиндарҙың Ҡаҙағстанға, йә Украинаға барып сығыуҙары ихтимал.
Ни генә булмаһын, уларҙы кемдер күрергә тейеш бит инде, әммә хәбәр итеүсе юҡ. Күптәре уларҙың тотолмауын теләй, ике сабый баланы йәлләйҙәр.