Шоңҡар
+24 °С
Облачно
Новости
18 Июня 2019, 16:34

Ҡоролтайҙа иҫерткес эсемлектәр булмаясаҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сәләмәт тормош яҡлы.
"Коммерсантъ" гәзите ҡоролтайҙың менюһын киң йәмәғәтселеккә сығарғас, ҙур бәхәс ҡубып алды, сөнки унда итальян шараптары индерелгән булған. Ысынлап та, бындай ҙур йыйында шарап эсеп кәйеф-сафа ҡорһалар, башҡаларға ни ҡала?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, ҡоролтайҙа буласаҡ менюла бөтөнләй иҫерткес эсемлектәр юҡ. Ойоштороусылар уларҙы алып ташлаған. Программаға ҡымыҙ-брейк индерелгән:
— Ҡымыҙ эсеп, бауырһаҡ ашап аласаҡбыҙ, — тип яҙа үҙенең Facebook-тағы сәхифәһендә Данир Ғәйнуллин.
Читайте нас