Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
18 Июня 2019, 06:30

Студенттар өсөн һөйөнөслө хәбәр! Өфөлә вуз-ара студент кампусы төҙөлә

Өфөлә студенттар кампусы төҙөләсәк, шуның буйынса республика хөкүмәтендә кәңәшмә үтте. Яңы структураны төҙөү "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Кампус — белем биреү, спорт, китапхана зоналарын, шулай уҡ коворкинг һәм конференц-залдарҙы үҙ эсенә алған күп функциялы үҙәк проекты.

Өфөлә студенттар кампусы төҙөләсәк, шуның буйынса республика хөкүмәтендә кәңәшмә үтте.

Яңы белем инфаструктураһын төҙөү "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Кампус — белем биреү, спорт, китапхана зоналарын, шулай уҡ коворкинг һәм конференц-залдарҙы үҙ эсенә алған күп функциялы үҙәк проекты.

— Әлеге ваҡытта республикалағы вуздарҙы мәғарифтың экспортер-вуздары иҫәбенә индереү буйынса эш алып барыла. Был йәһәттән, студент дөйөм ятаҡтарында урындар һанын арттырыу кәрәк. Бынан тыш, әлеге проект юғары белем алыуҙың абруйын арттырасаҡ һәм биләмәнең дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, — тип белдерҙе министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

Кампус төҙөү студенттарға йәшәү һәм уҡыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, студенттар һанын арттырыуға, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк.

Читайте нас