IT-индустрия, заман технологиялары көндән-көн үҫешә бара, беҙҙең көнкүрешебеҙгә яңы һүҙҙәр өҫтәлә. Телебеҙҙе йәнһеҙләндереп, ярым сит телдә, ярым башҡортса аралашмаҫ өсөн ошо яңы һүҙҙәрҙе туған телебеҙгә тәржемә итергә кәрәк.
Шул маҡсат менән "Шоңҡар" журналы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының "Башҡорт теле хеҙмәте" ағзалары менән берлектә, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлап, тел байлығын арттырыр өсөн, "100 ЙЫЛЫҠҠА - 100 ҺҮҘ" тигән конкурс иғлан итә.
Дуҫтар, был әмәлде тормошҡа ашырыр өсөн, һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырыла.
Беҙ барыбыҙ ҙа "телефон" тиергә күнгәнбеҙ, иң йыш ҡулланған һүҙебеҙ буғай, уны ла тәржемә итеп ҡарайыҡ, һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ!