Хәйруллиндарҙың юғалыуына бер ай тулып килә. Был шомло тарих йомғағы яйлап һүтелә башланы, ахыры. Яҡындарынан яңы хәбәр килеп етте, уны алғас та ғаиләне "юҡ иткәндәрҙер" тигән ҡурҡыныс уй башҡа килә. Аллам һаҡлаһын...
Луизаның атаһы Рәмил Муллахмәтов әйтеүенсә, Хәйруллиндарҙың 6 миллион һумлыҡ йортонан тыш, ипотекаға алынған бер бүлмәле фатиры ла булған. Ул икеһенең исеменә теркәлгән икән. Ҡасыр алдынан ғаилә башлығы Марат 25 мең һум ипотека бурысын ҡаплаған. Әгәр кеше мәңгелеккә илдән ҡасыр булһа, бындай мәшәҡәттәр менән булыр инеме икән? Ә Луиза бынан ике аҙна алда ауылындағы йортона ағастар ултыртып сыға... Йәнә лә шундай уҡ һорау тыуа. Әлеге ваҡытта ипотека түләнмәй тора.
Тағы ла Хәйруллиндар йүгәнләп ҡасҡан тимер ат табылған. Баҡтиһәң, 2017 йылда ғаилә уны ломбардҡа тапшырған булған. Ә әлеге ваҡытта "Рено Дастер" маркалы машинаны ипотека бурысы өсөн банк тартып алған.
Рәмил Муллахмәтов күрәҙәсегә лә мөрәжәғәт итеп ҡараған. Ул: "Луизаның ғаиләһе имен, улар Ҡаҙағстан ауылдарының береһендә", - тип яуаплаған.
Май аҙағында башланған был шомло тарих буйынса бер рәсми мәғлүмәт тә әлегә юҡ.