Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, республика Хөкүмәтенә быйыл үтәсәк юбилей сараларын әҙерләү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырыу йөкмәтелде.
Тейешле сығымдар республика бюджетында ҡаралған аҡса, бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.