Шоңҡар
+33 °С
Ясно
Новости
24 Июня 2019, 09:02

Һабантуйҙар дауам итә. Радий Хәбиров: "Һабантуйҙа бер иҫерек кешене осратманым".

Хөкүмәттә сираттағы ултырышта Радий Хәбиров Һабантуйҙа бер иҫеректе осратмауы хаҡында хәбәр итте. — Беҙҙә Һабантуйҙар дауам итә, үткән ялдарҙа Әбйәлил районында булдыҡ. Кеше ныҡ күп ине, 30 меңгә еткәндер. Көн дә матур торҙо, кәйеф тә шәп булды. Иң ҡыуандырғаны — бер эскән кешене осратманым. Тимәк, барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ.

Хөкүмәттә сираттағы ултырышта Радий Хәбиров Һабантуйҙа бер иҫеректе осратмауы хаҡында хәбәр итте.


— Беҙҙә Һабантуйҙар дауам итә, үткән ялдарҙа Әбйәлил районында булдыҡ. Кеше ныҡ күп ине, 30 меңгә еткәндер. Көн дә матур торҙо, кәйеф тә шәп булды. Иң ҡыуандырғаны — бер эскән кешене осратманым. Тимәк, барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ.
Республика етәксеһе тыйылған спиртлы шыйыҡсалар һатыуҙы контролдә торорға ҡушты.

— Миңә Ейәнсура районындағы хәлдәр тураһында хәбәр иттеләр. Ул сик буйында урынлашҡан, ситтән күпләп алкоголь килтерелә. Эште шәбәйтергә кәрәк. Мин ышанам, сифатһыҙ араҡы арҡаһында һәләк булған кешеләр һаны кәмегәндер.
Читайте нас