Шоңҡар
+33 °С
Ясно
Новости
24 Июня 2019, 14:20

Өмөт көндән-көн һүнә бара...

Һорауҙар күп һәм улар бөтә илде борсой. Хәйруллиндар ҡасырға бөтөнләй йыйынмаған да кеүек бит. Хәйер, улар өсөн 23 миллион ҙур аҡса ла түгел. Ғаиләнең бар мөлкәте (коттедж, фатир, ике машина) шул миллиондарҙың яртыһына торош итә. Ағас ултыртып, донъя көтөргә тырышып ятҡан Луиза бер көн ҡасырға булып киткән. Ҡыҙыҡ...

Хәйруллиндарҙы инде дүрт аҙна эҙләйҙәр. Ғаилә һыуға төшкән кеүек юҡ булды.Туғандары, уларҙы урланылар, ти, хоҡуҡ һаҡсылары, аҡса урлап ҡастылар, ти. Ике осраҡта уларҙың эҙенә төшөү мөмкинлеге көндән-көн кәмей.

Ҡайһы бер шәхси тәфтишселәр, улар Ҡаҙағстан йә иһә Белоруссияға ҡасҡан, тигән фекерҙә. Ә унан Европа илдәренең береһенә китеүе ҡыйын түгел. Мәҫәлән, Канадаға, йә Көнсығыш Европа илдәренең береһенә. Таджикстанда, Үзбәкстанда ла ғәйеп булыуы еңел. Ҡаҙағстан сиге аша үтеү бик еңел. Бары паспортты ғына күрһәтергә кәрәк, унда автомобилде тикшереп тә тормайҙар. Хоҡуҡ һаҡсылары уларҙың илде ни рәүешле ташлап сығыуын белгәндәрҙер, белгән хәлдә мәғлүмәтте халыҡ таратмайҙарҙыр, бәлки...

Улар Рәсәйҙә түгелдер... Беҙҙә Мордовияла, йә Алтайҙа иҫке дин тотоусылар араһында йәшенеп була. 25 миллион һумы булған ғаиләнең төпкөл ауылда йәшәйһе килер микән?

Читайте нас