Сүп-сар проблемаһы электән килә. Йыйҙыҡ-йыйҙыҡ та, бер кем дә был эш менән тейешенсә шөғөлләнмәне. Йәмғиәтебеҙ ҙә күберәк ҡулланыусыға әйләнде. Яңы ҡаптар, төргәктәр барлыҡҡа килде, пластик... Тарифтар ҙа үҫә.
Ә кешенең һөҙөмтәне күргеһе килә. Барыһын да төбәк операторҙары эшләй алмай. Был өлкәлә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Үҙем дә күҙәтәсәкмен. Махсус программа эшләй. Уға ярашлы, сүп-сар эшкәртеү буйынса 200 комплекс төҙөләсәк. Дөйөм финанслау – 300 миллиард һумдан ашыу. Аҡса һалынған.