Таш-аҫты төйәге халҡыбыҙға күренекле шағир бүләк иткән, ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр булыр. Беҙгә шағирҙың тәпәй баҫҡан урамдарынан, Еҙем буйҙарынан үтергә насип булды. Бына уның йорто алдында торабыҙ әле, унан арыраҡ Әбүзәрҙең тыуған йорто.
Аҡылыңдан хатта яҙырлыҡ бит,
Ҡарап торһаң донъя йәменә:
Һары толомдары ишелеп төшкән
Ҡайындарҙың ап-аҡ тәненә.
Тәүге тапҡыр ғашиҡ булған кеүек
Эх, үрмәксе һуҙған көмөш ҡылға
Бармаҡ менән сиртеп уйнарға!..
Бер минме ни шулай иҫергән йән
Күпме ғашиҡ, ана, япраҡ итеп,
Һибеп киткән йөрәк телемен.
Әбүзәрҙең шиғырҙар шәлкеме һылтанма буйынса: