Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
26 Июня 2019, 13:39

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер...

Бәләкәйерәк саҡта был һүҙҙәрҙе "Аманат" журналында уҡығайным. Башҡортостандың гүзәл төбәктәре төшкән фотоһүрәттәр рубрикаһы ине ул, шуларҙы ҡарап һоҡланғаным әле лә хәтерҙә. Үҫә килә республикабыҙҙы арҡырыһын-буйға урап сыҡҡас, ысынлап та, нисәнсе ҡат инанам, Башҡортостан — ул Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер.


"Ял белмәгән ал белмәҫ" ти халыҡ мәҡәле, хәҙерге заманда кәрәк саҡта ял да итә белергә кәрәк шул. Ә "Шоңҡар"ҙар эшен дә емереп эшләй, ялын да файҙалы үткәрә. Йәнә лә ниәтебеҙ — Башҡортостандың яңы төбәге менән танышыу. Мөнир Сәхиулла улы тәҡдиме менән, әлбиттә, Таш-аҫтыны һайлайбыҙ. Моғайын, дуҫтар, был ауылды ишеткәнегеҙ барҙыр. Унда өҫкә ауып килгән ҡаялар, кеше аяғы баҫмаҫ урмандар, затлы балығы йылтырап йөҙгән саф һыулы Еҙем йылғаһы аға (Белмәһәгеҙ, Ғафури районында урынлашҡан ул).

Иң тәүҙә, юл ыңғайы Красноусол шифаханаһына инеп сыҡтыҡ, илебеҙгә генә түгел, бөтә донъяға даны таралған ял йортон күрмәй үтһәк хилаф булыр ине. Уның тоҙло һыуында сумып сыҡҡас, тәнебеҙ генә түгел, йәнебеҙ ҙә рәхәтләнде. Ниндәй генә төр дауалау ысулдары юҡ бында, тоҙло һыуға ятыу, ҡойо менән һыланыу, минераль сығанаҡтарҙа ултырыу һ.б. Үҙе бер мөғжизә!...

Таш-аҫты ауылы айырым утрау кеүек ултыра, уның урамдарына тимер ат менән барып инеүе бик икеле. Ауылдың бер яғын тотошлай ҡая ҡаплаһа, икенсе яғынан саф һыулы Еҙем уратып аға. Йылға аша йәйәүлеләр өсөн генә күпер һалынған. Яҙын һыу ташҡанда бында кәмә менән дә сығырға тура килә. Беҙгә лә әйберҙәрҙе күпер аша йөкмәп ташырға кәрәк булды.

Туйғансы һыу индек, туп типтек, бейек ҡаяға үрмәләнек, шешлеген дә ҡурҙыҡ... Эшкә ныҡлап тотонорға, яңы үрҙәрҙе артылырға ҙур көс бирҙе Таш-аҫты. Һәм онотолмаҫ сәйәхәт килеп сыҡты.


Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер. Диңгеҙең ары торһон. Красноусолдың тоҙло һыуына сумып сығаһың да, Еҙем буйына ҡыҙынырға бараһың. Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ бер ҙә экзотик илдәрҙән кәм түгел шул. Уны һаҡлайыҡ ҡына.


Читайте нас