Шоңҡар
+26 °С
Облачно
Новости
26 Июня 2019, 07:10

Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин вафат булды

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин вафат булды.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин вафат булды.

Яҡындарына һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.


Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Сибай ҡалаһы) 1946 йылдың 8 декабрендә тыуып, Бохара ҡалаһында Ғәрәп донъяһы мәҙрәсәһендә, унан һуң имам әл Бохари исемендәге ислам институтында белем алған.

1979 йылдан алып Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратында яуаплы секретарь, Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, Диниә назараты президиумы рәйесе, Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ағзаһы булып эшләгән, шулай уҡ ул Р. Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсәне ойоштороусыларҙың береһе һанала. 2007 йылда Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ордены менән бүләкләнгән .
Читайте нас