Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
28 Июня 2019, 11:52

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығышынан: "Йылдамлыҡ һәм заманса үҫешкә әҙер булыу талап ителә"

"Минеңсә, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образы быуаттар төпкөлөнән килгән ата-бабаларҙың аҡыл ҡеүәһе, ихласлыҡ, изге күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ, тырышлыҡ һәм һынауҙар алдында баҙап ҡалмау, йылдамлыҡ һәм заманса үҫешкә әҙер булыу кеүек сифаттарҙан торорға тейеш, – тине республика етәксеһе. – Европа менән Азия сиге беҙҙең төбәк аша үтә, шуға күрә көнсығыш һәм көнбайыштағы иң күркәм һыҙаттарға эйә булыуыбыҙ осраҡлы түгелдер. Образлы итеп әйткәндә, башҡорт генерал Миңлеғәле Шайморатов кеүек Тыуған илен һөйөргә һәм уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек һәләтле һәм заманса, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө һәм үҙ-үҙенә ышаныусан, Ләйсән Үтәшева кеүек һылыу һәм зифа булырға тейеш".

Читайте нас