Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Июнь 2019, 06:45

Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланды

Башҡорттарҙың киләсәген билдәләйәсәк ҙур сара башланырға тора. Тап шунда халҡыбыҙҙың мәсьәләләрен хәл итеүгә, телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлеш биреләсәк.
Баш ҡалабыҙға беренсе делегаттар килеп етте, әлеге ваҡытта теркәү бара. Барыһы - 500 кеше. Делегаттар араһында Швейцариянан, Голландиянан, Монаконан, Израильдан, Америка Ҡушма Штаттарынан милләттәштәребеҙ бар.
Ҡоролтайҙың иң төп саралары бөгөн 10:00 сәғәттә башлана. "Торатау" конгресс-холлындда пленар ултырыш үтәсәк. Әлеге ваҡытта унда күргәҙмәләр, эш майҙансыҡтары асылған. Иртәгә Торатау буйында "Торатау йыйыны" үтәсәк, фольклор байрамына теләгән һәр кем килә ала. https://kurultai.ru/ сайтында тура трансляция буласаҡ. Унда һәр кем һорауҙарын, тәҡдимдәрен яҙа ала.

Читайте нас