Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
28 Июня 2019, 08:04

Рәшит Шәкүр: "Тыуған төйәгебеҙгә ҡот булып кил, һин, Ҡоролтай, һәммәбеҙ ҙә изге теләктә булайыҡ!"

"Тыуған төйәгебеҙгә ҡот булып кил, һин, Ҡоролтай, тип һәммәбеҙ ҙә изге теләктә булайыҡ" , - тигән һүҙҙәр менән асып ебәрҙе үҙсығышын Салауат Юлаев премияһы лауреаты, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шхесе, яҙыусы Рәшит Шәкүр. Был йыйындың башҡорт милләте өсөн, Башҡортостан халыҡтары өсөн мөһим дата булыуын, әлеге ҙур ваҡиғаның Башҡортостадың 100 йыллығына тап килеүе менән айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләне. Ошо башланғысты күтәреп алғаны өсөн Башҡортостан Респуликаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе. Сараның эшлекле һәм һөҙөмтәле үтеүен теләне.

"Тыуған төйәгебеҙгә ҡот булып кил, һин, Ҡоролтай, тип һәммәбеҙ ҙә изге теләктә булайыҡ" , - тигән һүҙҙәр менән асып ебәрҙе үҙ сығышын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, яҙыусы Рәшит Шәкүр. Был йыйындың башҡорт милләте өсөн, Башҡортостан халыҡтары өсөн мөһим дата булыуын, әлеге ҙур ваҡиғаның Башҡортостандың 100 йыллығына тап килеүе менән айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләне. Ошо башланғысты күтәреп алғаны өсөн Башҡортостан Респуликаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Сараның эшлекле һәм һөҙөмтәле үтеүен теләне.

Читайте нас