Педагогтар шундай һорау менән мөрәжәғәт иткән.
Йәш белгестәрҙе мәктәпкә эшкә йәлеп итеү маҡсатында уҡытыусылар өсөн ташламалы ипотека булдырырға йыйыналар. Был хаҡта "Будущее России. Национальные проекты" порталы хәбәр итә.
Дәүләт Советының "Мәғариф һәм фән" йүнәлеше буйынса эшсе төркөмө ултырышы ваҡытында был мәсьәләне лә күтәреп, тәҡдим индергәндәр.
Илдең төрлө төбәктәренән педагогтар ташламалы ипотека индереүҙе һораған.
Рәсәй мәғариф министрлығы әлеге башланғысты тикшерергә әҙер булыуын белдергән.