1 июлдән Рәсәйҙә микрозаймдар биреү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.
Хәҙер улар көнөнә бер проценттан артмаҫҡа тейеш. Шулай итеп, эш хаҡын ҡәҙәр алып торған бурыстың йыллыҡ проценты 365 проценттан артмаясаҡ.
Мәғлүм булыуынса, микрозаймдарҙы көнөнә 2 процент менән бирәләр. Йылына 700-800 процент килеп сыға. Яңы законға ярашлы, шрафтар менән пенсияларҙың күләме төп бурыстан ике тапҡырға ғына арта ала. Микрозайм ойошмалары артабан арттырыуҙы туҡтатырға тейеш буласаҡ.