Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
2 Июля 2019, 10:53

Ҡытай уҙаманы емереклектәр аҫтында 17 йыл йәшәгән...

Ҡытайҙа емерелгән шахта аҫтында ҡалған ир уҙаманы 17 йылдан һуң табылған.

Ҡытайҙа емерелгән шахта аҫтында ҡалған ир уҙаманы 17 йылдан һуң табыла.
Уҙған быуат аҙағында илдең Синьцзян провинцияһында 7,8 магнитудалы ер тетрәүе арҡаһында шахта юлдары емерелә. 118 кеше һәләк була. Шунан һуң шахта ябыла. 2014 йылда уны яңынан эшкәртә башлайҙар. Һәм... Коридорҙа бер кешене табалар.
Шахта емерелгәндә Чан Вей исемле уҙаманға 42 йәш була. Шахтер емерелмәй ҡалған вентиляция каналы эсендә йәшәй. Тәүҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр өсөн ҡалдырылған дөгө һәм һыу менән файҙалана. Һуңынан ҡомаҡтар тотоп ашай, мүк сәйнәй. Бер ниндәй ҙә шарттар булыуға ҡарамаҫтан, ҡытай уҙаманы барлыҡ хеҙмәттәштәрен тейешенсә һуңғы юлға оҙата.

Оҙаҡ йылдар емереклектәр аҫтында йәшәгән көслө рухлы кешенән өлгө алырлыҡ.
Читайте нас