Шоңҡар
+25 °С
Ясно
Новости
3 Июля 2019, 06:32

Милли проекттар – Малаяҙҙа яңы балалар баҡсаһы

Салауат районының Малаяҙ ауылына балалар баҡсаһы һалына. Яңы төҙөлөш “Мәға­риф” милли проекты һәм “Башҡор­тостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика проектына ярашлы башҡарыла.

Салауат районының Малаяҙ ауылына балалар баҡсаһы һалына. Яңы төҙөлөш “Мәға­риф” милли проекты һәм “Башҡор­тостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика проектына ярашлы башҡарыла.

95 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреждение бинаһы төҙөлөшөн “15 БНЗС” төҙөлөш фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Участка начальнигы Фидаил Ғәлиуллин әйтеүенсә, бөгөнгә ике ҡатлы бинаның стеналары күтәрелгән, бүлмәләре бүленгән. Өфөнән бригада яңы объекттың ҡыйығын яба башлаған. Мәктәпкәсә учреждениеның тәҙрәләре, ишектәре лә ҡуйылған. Төҙөүселәр газ керетеү, балалар баҡсаһын яҡтылыҡ, һыу менән тәьмин итеү эштәрен дә үҙҙәре башҡарасаҡ. Шулай уҡ төҙөлөш эштәрендә уларға урындағы эшҡыуарҙар ярҙам итә. Баҡсала балалар өсөн бар уңайлыҡтар булдырыласаҡ: унда душ, кейенеп-сисенеү, йоҡо һәм башҡа бүлмәләр, хатта лифт та булыуы көтөлә. Ҡыҫҡаһы, быйыл 1 сентябргә сабыйҙарҙы ҡабул итергә планлаштырылған балалар баҡсаһы төҙөлөшө графикка ярашлы бара.
Читайте нас