1 июлдә Рәсәйҙең фәнни-тикшеренеү аппаратында янғын сығып, 14 һыу аҫты диңгеҙсеһе һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Был хәл Рәсәй диңгеҙендә була. Аппарат Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты мәнфәғәттәренә донъя океанының төбөн өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ғәҙәттән тыш хәл батиметр үлсәүҙәрен үткәргәндә килеп сыға.
Кешеләр янғын продукттары менән ағыуланып үлгән. Утты команданың фиҙаҡәрлеге ярҙамында ғына һүндерә алғандар.
Әле аппарат Севеморскиҙың хәрби диңгеҙ базаһында. Фажиғәне тикшереүҙе Хәрби-диңгеҙ флоты етәксеһе үҙ өҫтөнә алған.