Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
3 Июля 2019, 19:43

Балаларға пособие күләме арта

Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса алдағы йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә йәш ярымдан 3 йәшкә тиклемге балаларға һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә пособие күләме арта. Был йәһәттән өс ай дауамында яңы закон ҡабул ителергә тейеш.

Дәүләт башлығының "тура линия" һөҙөмтәләре буйынса бирелгән күрһәтмәләренә ярашлы, бала тәрбиәләү буйынса ялда булған граждандарға айлыҡ пособие күләме йәшәү минимумы күләменә тап килергә тейеш. Бынан тыш беренсе һәм икенсе бала тыуғанда айлыҡ килемдәре йән башына ике йәшәү минимумы тәшкил иткән ғаиләләргә лә пособие түләнәсәк. Күҙалланыуынса, алдағы йыл башынан был пособие әлеге 50 һум урынына 10-11 мең һумға етергә тейеш.
Читайте нас