Рәсәйҙә емеш-еләк, бәшмәк, үлән йыйыусыларға ярҙам итергә уйлайҙар. Был эште киң йәйелдереү өсөн емеш-еләкте һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итәсәктәр. Әлеге проект халыҡтың матди хәлен яҡшыртыуға өлөш индереп кенә ҡалмаясаҡ, уны тәбиғи продукция менән дә тәьмин итәсәк тип иҫәпләй Рәсәй аыл хужалығы министрлығы вәкилдәре. Проект йәмәғәт фекренә сығарылған.