Танылған йырсы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) Өфөлә һәм Ҡазанда үҙ исеме аҫтында ресторандар асырға планлаштыра."Московский комсомолец" гәзитендә сыҡҡан әңгәмәһендә ул былай тине:
"Көҙгә Өфөлә һәм Ҡазанда беҙҙең ресторандар асыласаҡ. Уның менән бергә беҙ шәхси кейем брендын да булдырасаҡбыҙ. Әлеге ваҡытта мине тыңлаусы аудиторияны өйрәнәбеҙ.Тыңлаусыларға нимә кәрәклеген уйлайбыҙ", - ти йырсы.
Үҙ ресторанында йырсы европа кухняһы ғына түгел, милли ризыҡтар ҙа бешерергә уйлай. Элвин Грейҙың был рестораны йәнатарҙар менән күрешеү урыны ла буласаҡ.