Мәскәүҙә ҙур ойошма башлығы 41 миллион һумды долларҙарға әйләндерергә теләй. Инкассаторҙар яллай һәм валюта алмаштырыу пунктына килә. Кассир аҡсаһын алғас, сығып тороуҙарын һорай. Йәнәһе лә, долларҙарҙа әлеге сумма юҡ. Ике сәғәт көткәндән һуң, эшҡыуар кире пунктҡа бара, әммә ишек бикле булып сыға. Бына шулай. Әлеге ваҡытта пункт хужалары еңел табыш алып, диңгеҙ буйында ҡыҙынып ята буғай.