Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, 2014 йылға тиклем кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр иҫәбе 25 миллионға тиклем етергә тейеш. Быға, әлбиттә, ташламалы кредиттар, артабан микро финанстарҙы, шул иҫәптән фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мөһим.
Республикала “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты тормошҡа ашырыла башланы. Быйыл шул маҡсаттарға ярашлы 318,2 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 311,8 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Бөгөн Башҡортостанда 140 меңдән ашыу кесе компания һәм шәхси эшҡыуар эшләй, улар төбәк тулайым продуктының бишенсе өлөшөн булдыра. Былтыр уларҙың әйләнеше 1,2 триллион һумға еткән.