Шоңҡар
+28 °С
Облачно
Новости
3 Июля 2019, 19:24

Радий Хәбиров: "Маршруткаларҙа йөрөү хаҡы артмаясаҡ"

2 июлдә баш ҡалабыҙҙа маршруткаларҙа йөрөү хаҡы артып киткәйне, автобус хужалары 20 һум урынына 25 һумға ташырға булды. Бәхеткә, был оҙаҡҡа барманы. Республика етәксеһе интернет селтәрҙәрендә хаҡтар артмаясағын белдерҙе.

2 июлдә баш ҡалабыҙҙа маршруткаларҙа йөрөү хаҡы артты, автобус хужалары 20 һум урынына 25 һумға ташырға булып китте. Бәхеткә, был оҙаҡҡа барманы. Республика етәксеһе интернет селтәрҙәрендә хаҡтар артмаясағын белдерҙе.
— Хаҡтар артҡандан һуң, иртәгәһенә үк мин йәмәғәт транспорты хужаларына шелтә яһаным. Улар кире төшөрҙөләр. Беҙ бит Техаста түгел, — тип шаяртып алды Радий Хәбиров.
Әгәр берәй хәйлә уйлап тапһалар, йә "Алға" картаһын ҡабул итмәһәләр, шунда уҡ хәбәр итегеҙ.
Әйткәндәй, "Алға" картаһы менән маршруткала йөрөү осһоҙораҡҡа төшә.
Читайте нас